2024 йылдың 20 майы Башҡортостанда спорт программалауын һәм киберспортты үҫтереүҙә мөһим дата буласаҡ. Тап ошо көндә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө университетының “СПАРКС” спорт программалауы һәм киберспорт үҙәге асыласаҡ. Асыу тантанаһы алдынан байрам ҡунаҡтары “ART-Концепт. Башҡортостан” видеоуйын индустрияһы өсөн концепт-арттар конкурсында ҡатнашҡан эштәр күргәҙмәһе менән таныша аласаҡ. Был конкурс Башҡортостан Башлығы гранттары фонды гранты булышлығында уҙғарылған. Күргәҙмәнең идея авторы – һанлы спортты үҫтереү бүлеге етәксеһе Святослав Пегов, ул был башланғысты Рәсәй рәссамдары ижади союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе һәм «Муха» студияһы менән берлектә ойошторҙо. Үҙәктә Өфө университетының Йәштәр сәйәсәте идаралығының Һанлы спортты үҫтереү бүлеге һәм Спорт программалауы зонаһы урынлашасаҡ. Уның эшмәкәрлеген Информатика, математика һәм робот техникаһы институты һәм Спорт программалауы федерацияһының төбәк бүлексәһе үҙ ҡарамағына аласаҡ. Шулай уҡ
“СПАРКС” йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя
17 мая 202417 мая 2024
2 мин