Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда заманса парктар барлыҡҡа килә

Республикабыҙҙың 43 районы һәм ҡалаһында 79 парк һәм сквер яңыртыла, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда”) быйыл 1,2 миллиард һумлыҡ 123 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу 30 октябргә тиклем тамамлана. 1 июнгә тиклем бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсының Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларындағы 2022 йылдың биш еңеүсе проектын тормошҡа ашырыу тамамлана. Әлеге көндә уларҙың уртаса техник әҙерлеге 98 процентҡа етә. Подряд ойошмаларына бәләкәй архитектура формалары объекттарын ҡуйырға ғына ҡалған. Шуныһы мөһим, быйылдан башлап Башҡортостанда Бөтә Рәсәй конкурсының 2023 йылдың тағы ла ике проектын тормошҡа ашырыу башлана. Был эштәр Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында башҡарыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, заманса парктар, спорт майҙансыҡтары, скверҙар, уңайлы йәйәүлеләр инфраструктураһын булдырыу ҡала һәм ауылдарҙың йәшәү сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. -Яңы форматтағы йәмәғәт киңлектәре йәшәгән урындарҙы биҙәп кенә ҡалмай, халыҡтың тормошоноң мәҙәни һәм социаль кимәлен формалаштыра. Былар барыһы ла “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы арҡаһында эшләнә. Әйткәндәй, төҙөкләндереү объекттарын һәр муниципалитетта йәшәүселәр үҙҙәре Бөтә Рәсәй тауыш биреүе һөҙөмтәһендә билдәләй, - тинеләр министрлыҡта. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: "Башинформ".