Йыл һайын 17 майҙа Бөтә донъя артериаль гипертония менән көрәш көнө билдәләнә. Йыш ҡына юғары ҡан баҫымы үҙен һиҙҙермәй, шуға күрә уны күҙәтеү мөһим. Кемгә артериаь гипертензия диагнозы ҡуйылған, уларға тонометр менән “дуҫлашырға” тура киләсәк. Көнөнә ике тапҡыр үлсәү тәҡдим ителә. Гипертонияға килтереүсе сәбәптәрҙе кәметеү мөмкин. Тоҙ, май һәм трансжирҙар ҡулланыуҙы кәметкәндә, рационда емеш-еләк, йәшелсә миҡдарын арттырғанда, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгәндә, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартҡанда яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә була, тип иҫәпләй табиптар. Гипертония ни өсөн хәүефле? Ул юғары ҡан баҫымынан тыш, асыҡ билдәләргә эйә булмаһа ла, мөһим ағзаларҙы – йөрәкте, баш мейеһен, ҡан тамырҙарын, күҙҙәрҙе, бөйөрҙө зарарлай һәм һөҙөмтәлә инсульт, инфарктҡа килтерә. Ҡан баҫымын даими үлсәп тороу өҙлөгөүҙәр үҫешен ҡырҡа кәметә, шуға күрә ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеү һәм уның кәңәштәрен үтәү мөһим. Юғары ҡан баҫымы – йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, баш мейеһе, бөйөр сирҙәре хәүефен арттырыусы етди патологик хәл. Донъяла 30-79 йәштәге 1,28 миллиард өлкән кеше гипертонияға дусар. Сирлеләрҙең 46 проценты үҙҙәрендә сир булыуын белмәй. Гипертонияға дусар кешеләрҙең 42 проценты ғына дауалана, һәр бишенсеһе генә сирен контролдә тота. Гипертония – бөтә донъяла үлемгә килтергән сәбәптәрҙең береһе. Уның таралыуын ҡыҫҡартыу һаулыҡ һаҡлауҙа иң ҙур маҡсаттарҙың береһе булып тора. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.