Кисә кискә ҡарай Нефтекама ҡалаһында янғын сыға. Ут биш ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙы ялмап ала. Күршеләр шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Уларға янған фатирҙың ишеген емереп инергә тура килә. Улар иҙәндә иҫһеҙ ятҡан ике ирҙе таба һәм тиҙ арала тышҡа сығарып табиптарға тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар вафат була, реанимация саралары ярҙам итмәй. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ҡорбандар 72 йәшлек ир менән уның 40 йәшлек улы булып сыға. Янғын тәүтикшереүсеһе асыҡлауынса, кемеһеләр, бәлки, икеһе лә, һүндерелмәгән тәмәке ҡалдыра һәм был янғын сәбәбенә әйлә. Шулай уҡ ирҙәрҙең иҫерткес эсемлектәр яратыуы ла асыҡлана. Фото: МЧС.