Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үҙ эшен башланы. Сәләмәтлеккә, маҡсатыңа өлгәшеүгә, ғаилә именлегенә, үҙ-ара мөнәсәбәткә ҡағылышлы темаларҙы үҙ эсенә ала бөгөнгө осрашыу. Илебеҙҙең билдәле ҡатын-ҡыҙҙарының сығыштары ла һәр ҡатнашыусыға ҡыҙыҡлы булыр. Йолаға әүерелгән байрам был юлы ла байтаҡ гүзәл заттарҙы йыйҙы. Сараны проекттың авторы Каринэ Хәбирова асып, проекттың биш йыл уңышлы эшләп килеүен белдерҙе. Һәм был ваҡыт эсендә күптәрҙең илһам алып, изге эштәргә тотоноуы тураһында һөйләне. - Бында өйрәнергә, артабан үҫергә теләгәндәр килә. Ошо ваҡыт эсендә күптәр яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙе, изге эштәргә илһам алды. Киләһе йылда ла осрашыуға килергә ҙур теләк булһын өсөн быйылғыһын һөҙөмтәле һәм уңышлы үткәрәйек, - тигән теләктәрен еткерҙе ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыйынды асыу тантанаһында ҡатнашыуы байрамдың бәҫен күтәрҙе. - Проект файҙалы һәм кәрәкле. Мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға, айырыуса махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә, яҡындарына иғтибар, ярҙам күрһәткәндәре өсөн был командаға рәхмәт, - тине ул. Көн дауамында бында төрлө саралар дауам итәсәк. “Геройҙар дәүере”, “Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың роле” темаһына түңәрәк өҫтәлдәр, “Яугир ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәмәли оҫталығы”на ҡағылышлы лекция, “Рухлылыҡ – реабилитация өсөн мөһим ресурс – ата-бабаларҙың тәжрибәһе” темаһын яҡтыртҡан дискуссия майҙансығы ойоштороласаҡ. “Халыҡ алдында сығыш яһауы еңел” тигән оҫталыҡ дәресе лә күптәргә файҙалы булыр. “Матурлыҡ һәм ҡот биләмәһе: интерьер будырыуҙа донъя трендтары турыһында” тигән түңәрәк өҫтәл дә үҙенең ҡыҙыҡһыныусыларын табыр. “Көмөш бәхет: әүҙем оҙон ғүмерлелек буйынса субъекттарҙың иң яҡшы тәжрибәләре” түңәрәк өҫтәлендә лә күп файҙалы нәмәләр белербеҙ. Автор фотолары.