Тоҙ ултырһа, елкә генә түгел, яурындар ҙа һыҙлай, ҡулдар, аяҡтар ойой башлай. Умыртҡа һөйәгенең был өлөшө - муйын тирәһе, бит, баш һөйәге һәм муйын туҡымаларын туйындырыусы ҡан тамырҙарын һәм нервыларҙың тупланған урыны. Нервы остары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, мускулдарҙың зәғифләнеүе, тиҙ арыу кеүек ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар башлана. Ғөмүмән, остеохондроз организм өсөн ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Елкәләге тоҙҙо сығарыу өсөн бер картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк булыр. Картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, бал менән 1:1 күләмендә яҡшылап болғатырға. Килеп сыҡҡан иҙмәне елкә, муйын тирәһенә һөртөп, йылы итеп урарға һәм ике сәғәткә ҡалдырырға. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә һәм аҡ шыршы майы һөртөргә кәрәк.Быны аҙна-ун көн эшләргә кәрәк.ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт дауаланырға ҡулланма түгел, ә таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Нәсих Хәлисов фотоһы.Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya