Берҙәм, татыу ғаиләлә генә бәхетле тормош кисереп, намыҫлы балалар тәрбиәләп була. Уйлап ҡараһаң, һәр ғаилә - үҙе серле һандыҡ. Борай районының Таңатар ауылында йәшәгән Маликовтар тап шундай ғаиләләрҙең береһе. Улар, ысынлап та, бер-береһенә тиң булған матур пар. Маликовтарҙың уңғанлығы, булдыҡлылығы йорттарынан уҡ күренеп тора. Ваҡытында “Йәшә, тыуған ауылым” район конкурсының “Иң яҡшы шәхси йорт” номинацияһында еңеүсе булған ғаилә ул. Был хеҙмәт – уларҙың уртаҡ уңышы. Фәрис Маликов яҡшы уҡый, урта мәктәпте тамамлағандан һуң бухгалтер һөнәрен ала. Йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып, элекке Чапаев исемендәге колхозға эшкә урынлаша. Хеҙмәт юлы ошонда ашнаҡсы булып эшләгән Лилиә исемле ҡыҙ менән осраштыра. Йәштәр 1994 йылда ғаилә ҡора. Донъяны йәмләп, бер-бер артлы балалары тыуа. Лилиә урта мәктәпте тамамлағас, Нефтекамала кондитер-ашнаҡсы һөнәренә уҡый, колхозда ашнаҡсы булып эшләй, аҙаҡ мәктәптә уҡыусыларҙы тәмле аш-һыуы менән һыйлай. Аҙаҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ғаилә