Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡәйнәмдең юлын дауам итәм"

Шаран районының Дүртөйлө ауылы моделле китапханаһында инде 34 йыл намыҫлы хеҙмәт итә тәжрибәле һөнәр эйәһе Рәзифә Әзвәт ҡыҙы Никифорова. Ул ошо райондың Бурһыҡ ауылынан. 1986 йылда Ерекле урта мәктәбен тамамлаған, унан Дүртөйлө ауылында татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлаған. “Әммә бала саҡтан килгән китапханасы булыу теләгем тынғы бирмәне. Һөҙөмтәлә Өфөләге китапхана техникумына уҡырға индем, – ти Рәзифә Әзвәт ҡыҙы. – Диплом алғас, Дмитриева Поляна ауылы китапханаһына эшкә төштөм. Артабанғы яҙмышым иһә әлеге Дүртөйлө китапханаһы менән бәйле – 1990 йылдан бирле ошондамын. Миңә тиклем бында 34 йыл буйы ҡәйнәм Вера Никитична Никифорова эшләгән. Уның юлын дауам итеүем менән бәхетлемен. Тәүҙә, әлбиттә, ҡыйыныраҡ булды. Әммә ҡәйнәмдең бөтә яҡлап ярҙам итеүе, һөнәрҙең барлыҡ үҙенсәлектәренә, халыҡ менән нисек эш итергә өйрәтеүе арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым”. Рәзифә Никифорова һөйләүенсә, 2012 йылдың февраленән был учреждение “моделле китапхана – экологик белем биреү үҙәге” тип үҙгәртелгән. Шулай уҡ ул районда сыуаш әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен пропагандалау буйынса база китапханаһы булып тора. 2014 йылда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының “Иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы” тигән дипломына лайыҡ булған. Әле китапхана фондында ун меңдән ашыу китап иҫәпләнә. Учреждение Дүртөйлө, Йәрәмкә, Ҡараҡашлы, Уҡыяҙ ауылдарынан 655 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 146-һы – балалар. “Һәр ауыл кешеһенеке кеүек үк, минең хеҙмәт көнөм таңдан башлана. Йорттағы эштәрҙе теүәлләгәс, гел яҡшы кәйефтә китапханаға юлланам. Барған саҡта ауылдаштарым осрай, хәлдәребеҙҙе белешәбеҙ, һөйләшәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Ауыл тормошоноң ошондай ихласлығын сикһеҙ яратам, – ти Рәзифә Әзвәт ҡыҙы. – Китапханала ла – даими аралашыу, китап уҡыусылар менән тынғыһыҙ эш. Беҙҙең һөнәрҙә психолог та булырға кәрәк, сөнки эргәңә килеп ултырып, күңелен бушатыусылар ҙа күп, айырыуса яңғыҙ йәшәгән йәки өлкән йәштәгеләр. Уларҙы тыңлай белеү, дөрөҫ кәңәштәр биреү мөһим. Һүҙ менән күңелдәрен дауаларға тейешбеҙ. Китапханасы – ауылдаштары өсөн сер һаҡлаусы ла, яҡындарына ҡотлауҙар яҙып биреүсе лә, төрлө әҫәрҙәр буйынса фекерҙәрен тыңлаусы ла. Ошолай яҡындан һөйләшеүҙәр халыҡтың ниндәй сараларға ихтыяж кисереүен асыҡларға ла ярҙам итә. Һөҙөмтәлә шундай темаларға әҙәби, музыкаль кисәләр, уйындар, конкурстар, презентациялар үткәрәбеҙ. Улар күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә китаптар аша белем, тәрбиә биреүгә нигеҙләнә”. Рәзифә Никифорова әйтеүенсә, китапхана ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан, шунлыҡтан да мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Бергәләп халыҡ байрамдары, рәсми тантаналар, төрлө акциялар уҙғаралар, концерттар ҡуялар. Китапханасы кесаҙна һайын күрше Йәрәмкә ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәккә китаптар алып бара, унда клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Ә.М. Әхмәтова менән берлектә саралар үткәрәләр. “Ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәптәр, балалар баҡсаһы коллективтары, ветерандар ойошмаһы ағзалары һәм башҡа битараф булмаған кешеләр – эшемдә ҙур ярҙамсы, терәк-таяныс, – ти Рәзифә Никифорова. – Бергәләп экологик өмәләрҙә, тыуған төйәгебеҙҙе төҙөкләндереү акцияларында ҡатнашабыҙ, үҙем махсус хәрби операциялағыларға ярҙам йөҙөнән маскировкалау селтәрҙәре үреүҙе, “Һалдаттарға – йылылыҡ”, “Һалдаттар өсөн – өй һалмаһы”, “Һалдаттарға – окоп шәмдәре” тигән һәм башҡа акцияларҙы ойоштороп торам”. Төп эшенән тыш, ул – Дүртөйлө ауылы ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе рәйесе лә. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһы секретары булған, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Ғаиләһендә лә бәхетле: ире Виталий Никифоров менән өс бала үҫтергәндәр, хәҙер инде өс ейәнсәрҙәре һәм ейәндәре бар. Хөрмәтле дуҫтар! "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған китапханасылар конкурсында әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар Р. Никифорованың шәхси архивынан алынды.