Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан делегацияһы Шэньян ҡалаһы мэры менән осрашты

16 майҙа Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Шэньян ҡалаһы, Ляонин провинцияһы мэры Люй Чжичэнь менән осрашты. Осрашыу сиктәрендә яҡтар үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен, Өфө һәм Шэньян ҡалалары араһында берлектәге проекттарҙы тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы рәсми һәм эшлекле делегацияһының визиты төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы визитының тәүге ике көнөндә Ҡытай Халыҡ Республикаһы власть органдары вәкилдәре менән өс рәсми осрашыу ойошторолдо. - Хәҙер Өфөлә дүрт туғандаш ҡала бар: Цицикар, Наньчан, Хэфэй һәм Шэньян. Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы менән Ляонин провинцияһының Коммерция департаменты араһындағы 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙыҡ. Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән сауҙа, иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бүләбеҙ һәм был йүнәлештә артабан да әүҙем эшләйәсәкбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева. 15 майҙан 18-енә тиклем Башҡортостан Республикаһы рәсми һәм эшлекле делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре ойошторола. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан