Башҡортостанда двигателдәр етештереү буйынса завод төҙөү мәсьәләләрен республика делегацияһының ”Кээн Инвестициялар” компанияһы идараһы рәйесе Цай Кэлин менән осрашыуында тикшерҙеләр. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, республикала автомобиль эшләүҙе үҫтереү өсөн ныҡлы база бар, тип билдәләне. – Беҙҙең етештереүселәр Рәсәй автосәнәғәтен бер нисә юғары сифатлы комплектлаусы менән тәьмин итә. Бынан тыш, предприятиеларыбыҙҙың потенциалын мөмкин тиклем һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн беҙ автомобиль сәнәғәте кластерын булдырҙыҡ. Былар барыһы ла Башҡортостанда Ҡытай брендтары аҫтында автомобиль етештереү буйынса заводтарҙы локалләштереү өсөн яҡшы перспективалар тыуҙыра. Беҙҙә кәрәкле кадрҙар компетенциялары, заманса технологиялар һәм инфраструктура бар, – тип аңлатты вице-премьер. Спикер Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн шарттарға, шулай уҡ инвестиция проекттарын комплекслы оҙатыу буйынса инфраструктураға айырым туҡталды. Миҫал итеп ул “Алға” айырым иҡтисади зонаһын һәм илдә йылдам үҫеш биләмәләре резиденттарының максималь һанын килтерҙе. Цай Кэлин Башҡортостан менән берлектәге проектҡа юғары әҙерлеген белдерҙе. Ҡытай партнерын республика Башлығы Радий Хәбиров менән "Инвестиция сәғәте"нә саҡырҙылар. Киләсәктә производствоны Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә төҙөү планлаштырыла. https://mgazeta.com/news/novosti/2024-05-16/investor-iz-kitaya-planiruet-postroit-v-bashkirii-zavod-po-proizvodstvu-dvigateley-3768372 Фото: mgazeta.com
Республикала двигателдәр етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләйҙәр
16 мая 202416 мая 2024
1 мин