Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда традицион ҡытай медицинаһын үҫтерәсәктәр

Осрашыу Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте. Яҡтар эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Илнур Таҡтаев инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам саралары, шулай уҡ республикала тормошҡа ашырылған инвестиция сәйәсәте тураһында һөйләне. Чжан Вэйдун ике яҡлы мөнәсәбәттәр менән ҡыҙыҡһыныуын белдереп, бер нисә перспективалы йүнәлеште билдәләп үтте. Партнерҙар илдәр араһында тауар әйләнешен арттырыуға йүнәлтелгән бизнес-миссиялар һәм онлайн-осрашыуҙар ойоштороу тураһында һөйләшеп килеште. Шулай уҡ традицион ҡытай медицинаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. https://resbash.ru/news/zdorove/2024-05-16/v-bashkirii-budut-razvivat-traditsionnuyu-kitayskuyu-meditsinu-3768665 Фото: БР Хөкүмәте.