Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ата-әсәһенә записка ҡалдырып киткән

Бәләбәй ҡалаһында 12 йәшлек Арина Ғиләжеваны эҙләйҙәр. Ул кисә, 15 майҙа, көндөҙ ғәйеп булған һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел. Әле иһә ҡыҙыҡайҙың ата-әсәһенә записка ҡалдырып киткәне асыҡланған. Ул өйҙән китәм тип яҙған, ҡайһы бер шәхси әйберҙәрен алған. Ҡағыҙҙы табыу менән ата-әсәһе полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. – Беҙ ҡыҙыбыҙҙың бөтә дуҫтарына һәм таныштарына шылтыраттыҡ. Тик бер генә әхирәте бәйләнешкә инмәй, – тигән Аринаның әсәһе. Арина мобиль телефонын өйҙә ҡалдырып киткән. Ә алдағы көндә ата-әсәһе менән әрләшкән. Тик быға тиклем юғалғаны булмаған. Хафаланған ата-әсә үҙенә урын таба алмай. Арина Ғиләжеваның билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, йәшел күҙле. Аҡ төҫтәге куртка, ҡара салбар һәм ҡара кроссовка кейгән. Үҫмерҙе эҙләүгә эҙләү отряды ирекмәндәре ҡушылған. Әлеге ваҡытта Аринаны таба алмайҙар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре волонтерҙар менән бергә ҡыҙыҡайҙы эҙләү өсөн бөтә көсөн һала. Әгәр һеҙгә Арина Ғиләжеваның ҡайҙ

Бәләбәй ҡалаһында 12 йәшлек Арина Ғиләжеваны эҙләйҙәр. Ул кисә, 15 майҙа, көндөҙ ғәйеп булған һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел. Әле иһә ҡыҙыҡайҙың ата-әсәһенә записка ҡалдырып киткәне асыҡланған. Ул өйҙән китәм тип яҙған, ҡайһы бер шәхси әйберҙәрен алған. Ҡағыҙҙы табыу менән ата-әсәһе полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. – Беҙ ҡыҙыбыҙҙың бөтә дуҫтарына һәм таныштарына шылтыраттыҡ. Тик бер генә әхирәте бәйләнешкә инмәй, – тигән Аринаның әсәһе. Арина мобиль телефонын өйҙә ҡалдырып киткән. Ә алдағы көндә ата-әсәһе менән әрләшкән. Тик быға тиклем юғалғаны булмаған. Хафаланған ата-әсә үҙенә урын таба алмай. Арина Ғиләжеваның билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, йәшел күҙле. Аҡ төҫтәге куртка, ҡара салбар һәм ҡара кроссовка кейгән. Үҫмерҙе эҙләүгә эҙләү отряды ирекмәндәре ҡушылған. Әлеге ваҡытта Аринаны таба алмайҙар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре волонтерҙар менән бергә ҡыҙыҡайҙы эҙләү өсөн бөтә көсөн һала. Әгәр һеҙгә Арина Ғиләжеваның ҡайҙалығы хаҡында берәй мәғлүмәт билдәле булһа, 8-937-3-102-112 йәки 112 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар. Фото: "БашРегионСпас".