Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡайһы урамдарҙа автомобилдәргә хәрәкәт итеү сикләнә?

19 май Өфөлә Забег. РФ – Бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтә. Был сара беҙҙә етенсе тапҡыр ойошторола һәм Камчатканан Калининградҡа тиклем йәйелдерелә. Йүгереүгә старт сәғәт 11.00-ҙә бирелә – 3000 кеше 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа үҙенә уңайлы тиҙлектә йүгереүҙә ҡатнаша. Сара барышында ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе мауыҡтырғыс программа көтә. Марафонда 6 йәштән өлкәнерәк һәр кем ҡатнаша ала. Был сара сиктәрендә изге күңелле йүгеректәр “Мәрхәмәт”, “Өфө хосписы”, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”, “Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлек фондтарындағы мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ярҙам йыйыуға ла үҙ өлөшөн индерә. sdelai.org платформаһында 550517 һум йыйылған, 53 йүгереүсе теркәлгән. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү ваҡытында Өфөлә автотранспорт хәрәкәте сикләнә - 18 май сәғәт иртәнге 8-ҙән 24 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамындағы “Торатау” конгресс-холл туҡталҡаһынан Генерал-губернатор Перовский урамы киҫелешенә тиклем. 19 май 9.00 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем хәрәкәт йүгереү маршруты картаһына яраш

19 май Өфөлә Забег. РФ – Бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтә. Был сара беҙҙә етенсе тапҡыр ойошторола һәм Камчатканан Калининградҡа тиклем йәйелдерелә. Йүгереүгә старт сәғәт 11.00-ҙә бирелә – 3000 кеше 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа үҙенә уңайлы тиҙлектә йүгереүҙә ҡатнаша. Сара барышында ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе мауыҡтырғыс программа көтә. Марафонда 6 йәштән өлкәнерәк һәр кем ҡатнаша ала. Был сара сиктәрендә изге күңелле йүгеректәр “Мәрхәмәт”, “Өфө хосписы”, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”, “Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлек фондтарындағы мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ярҙам йыйыуға ла үҙ өлөшөн индерә. sdelai.org платформаһында 550517 һум йыйылған, 53 йүгереүсе теркәлгән. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү ваҡытында Өфөлә автотранспорт хәрәкәте сикләнә - 18 май сәғәт иртәнге 8-ҙән 24 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамындағы “Торатау” конгресс-холл туҡталҡаһынан Генерал-губернатор Перовский урамы киҫелешенә тиклем. 19 май 9.00 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем хәрәкәт йүгереү маршруты картаһына ярашлы сикләнә. Бынан тыш 19 майҙа 5 һәм 16-сы трамвайҙарҙың хәрәкәте туҡтатыла. 22-се троллейбустың маршруты үҙгәрә: ҡаланың үҙәк өлөшөнә Колхоз баҙары – Октябрь проспекты - Шәфиев урамы – Р. Зорге урамы – Ибраһимов бульвары - Пархоменко урамы – “Үҙәк” сауҙа комплексы. Кирегә табан – ”Үҙәк” баҙары – Октябрь проспекты - Колхоз баҙары. Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-05-15/v-ufe-proydet-zabeg-rf-kuda-pobegut-i-kakie-ulitsy-perekroyut-3766959