Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабаттан дәүләт башлығы булып һайланғандан һуң беренсе сит ил сәфәре менән Ҡытайға барҙы. Президенттың эш сәфәре ике көн дауам итәсәк һәм ике этапта үтәсәк: 16 майҙа Путин Пекинда буласаҡ, ә 17 майҙа Харбинға барасаҡ – Хэйлунцзян провинцияһының административ үҙәге. Ҡытайҙың Халыҡ йыйылыштары йорто алдындағы майҙанда Рәсәй Президентын ҡаршылау тантанаһы үтте. Һуңынан ике ил башлығы – Владимир Путин һәм Си Цзиньпин бәләкәй составта осрашты, аҙаҡ ҙур осрашыу башланды. “Рәсәй менән Ҡытайҙың мөнәсәбәттәре конъюнктуралы булмауы һәм бер кемгә лә ҡаршы йүнәлтелмәүе принципиаль әһәмиәткә эйә. Донъя эштәрендә хеҙмәттәшлегебеҙ бөгөн халыҡ-ара аренала төп тотороҡландырыусы факторҙарҙың береһе булып тора”, – тине Рәсәй Президенты һәм "Рәсәй һәм Ҡытай Евразия киңлегендә интеграция процестарын артабан гармонизациялауға көйләнгән”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Си Цзиньпин иһә: “Уҙған өс сирек быуат эсендә Ҡытай – Рәсәй мөнәсәбәттәре ауыр шарттарҙа нығынды, халыҡ-ара үҙгәрештәр ваҡытында һынау үтте, бөгөн ҙур державалар һәм күрше илдәр араһында үҙ-ара ихтирам, ышаныс, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара файҙа менән айырылып торған мөнәсәбәттәр эталоны булып тора”, – тине. Ул Ҡытайҙа "Рәсәй менән һәр ваҡыттағыса яҡшы күршеләр, ышаныслы дуҫтар һәм ышаныслы партнерҙар булырға ниәтләйҙәр" тип өҫтәне. Уның билдәләүенсә, Ҡытай “Рәсәй менән һәр ваҡыттағыса яҡшы күршеләр, ышаныслы дуҫтар һәм ышаныслы уҙаҡташтар булырға теләй”. Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы бөтә түләүҙәрҙең 90 проценты һумдарҙа һәм юандәрҙә башҡарыла, иҫәп-хисаптарҙы милли валютаға күсереү сауҙа ағымын киңәйтеүгә этәргес бирә, тип белдерҙе Владимир Путин. – Рәсәй менән Ҡытай араһында тауар әйләнеше арта, яҡшы темптар менән үҫә. Төрлө өлкәләрҙә 80 ҙур берлектәге инвестиция проектынан торған ҙур портфель булдырылған, – тине Рәсәй Президенты. Фото: kremlin.ru