Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыҙыҡлы китаптар һаман ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла

Вилена Дан ҡыҙы Ҡәйепова Хәйбулла районының Мәмбәт моделле ауыл китапханаһында 2017 йылдан эшләй. Тырышлығы, һәләтлелеге, китапҡа, телгә булған һөйөүе Вилена Дан ҡыҙын китапхана эшенә алып килә. Итәғәтлелеге, кешеләр менән оҫта аралаша белеүе, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған ул. Китапхана, бигерәк тә ауыл ерендә, төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан урыны ла. Вилена Дан ҡыҙы төрлө йәштәге китап уҡыусыларҙы китапханаға йәлеп итеп, бихисап конкурстар, викторина - уйындар, китап уҡыусылар менән әңгәмә, тематик кисәләр, әҙәби саралар, оҫталыҡ дәрестәре, китап күргәҙмәләре ойоштороп ҡына ҡалмай, ауыл мәҙәниәт йортонда клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һәр төрлө сценарийҙар яҙып, әҙәби-тематик саралар һәм байрамдар әҙерләп уҙғара, оло йәштәге китап уҡыусыларҙың өйҙәренә барып, уларҙы китаптар, гәзит-журналдар менән таныштыра. Китапханала «Ағинәйҙәр», «Туржы ынйылары», «Хужабикәләр», «Тамсылар» исемле балалар өсөн театр түңәрәге, «Киләсәк

Вилена Дан ҡыҙы Ҡәйепова Хәйбулла районының Мәмбәт моделле ауыл китапханаһында 2017 йылдан эшләй. Тырышлығы, һәләтлелеге, китапҡа, телгә булған һөйөүе Вилена Дан ҡыҙын китапхана эшенә алып килә. Итәғәтлелеге, кешеләр менән оҫта аралаша белеүе, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған ул. Китапхана, бигерәк тә ауыл ерендә, төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан урыны ла. Вилена Дан ҡыҙы төрлө йәштәге китап уҡыусыларҙы китапханаға йәлеп итеп, бихисап конкурстар, викторина - уйындар, китап уҡыусылар менән әңгәмә, тематик кисәләр, әҙәби саралар, оҫталыҡ дәрестәре, китап күргәҙмәләре ойоштороп ҡына ҡалмай, ауыл мәҙәниәт йортонда клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һәр төрлө сценарийҙар яҙып, әҙәби-тематик саралар һәм байрамдар әҙерләп уҙғара, оло йәштәге китап уҡыусыларҙың өйҙәренә барып, уларҙы китаптар, гәзит-журналдар менән таныштыра. Китапханала «Ағинәйҙәр», «Туржы ынйылары», «Хужабикәләр», «Тамсылар» исемле балалар өсөн театр түңәрәге, «Киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ» исемле клубтар уңышлы эшләп килә. Вилена Дан ҡыҙы район китапханалар араһында иң яҡшы имидж сараһы уҙғарыу маҡсатында ойошторолған конкурста 2019 йылдан алып Гран-при яулай. Был, әлбиттә, китапханасының тырыш эш һөҙөмтәһе. Китап фонды барлығы 12 мең 230 дана тәшкил итә, ауыл халҡы китап уҡырға бик теләп йөрөй. 360 китап уҡыусының 60-ы - балалар, 40-ын йәштәр тәшкил итә. Иң күп китап уҡыусылар булып Урал Бейешев, Ангелина Илбәкова, Мөҙәрис Ҡәйепов, Рәмил Ҡарабаевтарҙы атап китергә мөмкин. Шулай уҡ күрше Сәғит ауылына күсмә китапхана йөрөй, айына ике тапҡыр ауылдың китап уҡыусыларына улар һораған китаптар, ваҡытлы матбуғат алып барыла. -Халыҡ хәҙер китап уҡымай тип әйтмәҫ инем, әммә йылдан-йыл йәштәр, уҡыусылар араһында “китап ене” ҡағылғандар һаны кәмей бара. Олораҡ быуын китапһыҙ йәшәй алмай, улар боронғо китаптарға, йәғни элегерәк сыҡҡандарға өҫтөнлөк бирә. Күптәре беҙгә гәзит-журналдар уҡыр өсөн дә килә. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс китап булһа, ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп уҡыла, - ти Вилена Дан ҡыҙы. Вилена Дан ҡыҙына артабан да уңыштар юлдаш булһын! Фото: Вилена Ҡәйепованың шәхси архивынан