Бүздәк районының Әмир һәм Ҡаран ауылдары китапханасыһы Зөһрә Асҡарова маҡтауға лайыҡлы һөнәр эйәләренең береһе. Алты балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән ул. Ағай-апайҙарына ҡарап уҡырға бик иртә өйрәнә. -Беҙҙең ғаиләлә киске ваҡыт дәрес әҙерәүҙәр менән үтә ине. Шуға мин дә мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға өйрәнеп, “Әлифба” китабын бер ҡат уҡып сыҡҡайным. Мәктәпкә барғас, беренсе уҡытыусым минең шыма уҡыуыма инанғас, китапхананан бер китап алып килде. Шулай итеп минең мәктәп китапханаһы менән дуҫлығым башланды. Өсөнсө класта уҡыған сағымда ауыл китапханаһына киттем. Уның ауыр ишеген асып ҡурҡа-ҡурҡа ғына барып кергәнем әле лә хәтерҙә. Ә инде китапаханасы апайҙың мине ҡәҙерле кешеһе һымаҡ йылмайып ҡаршы алыуын күргәс, күңелем күтәрелеп китте. Уның ниндәй кейемдә булыуы ла әле лә күҙ алдында. Шулай итеп китаптар менән дуҫлығым нығынғандан-нығынды. Ике китап алып ҡайтһам, уны ҡайтыу менән уҡып сыға инем. Шул тиклем ныҡ китап уҡырға яраттым, кластан тыш бирелгән китаптарҙы ла береһен дә ҡалдырмай ин
Һауынсы апайҙар эштән ҡайтҡанда китап алырға инә торғайны
16 мая 202416 мая 2024
1
2 мин