Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө йүкәләре сәскә атыр әле!

Баш ҡаланың йылдан йыл күркәмләнеүен ҡала халҡы ла, килгән ҡунаҡтар ҙа гел телгә ала. Ысынлап та, урамдар яңыртыла, юлдар киңәйтелә, фонтандар, парктар күбәйҙе. Баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап атлау – үҙе бер матур сараға әйләнә. Әммә ошо үҙгәрештәргә риза булмағандар, һыу болғатыусылар ҙа бар... Өфөнөң төп урамдарының береһе – Ленин урамында төҙөкләндереү эштәре бына бер нисә йыл туҡтамай. Әле бер кварталды, әле икенсеһен яңырталар, матур йорттар ҡалҡып сыҡты. Ағастарҙы яңыртыу маҡсатында ҡала хакимиәте бер ыңғай 43 ағасты киҫеп ташланы. Ошо хәлдән һуң интернет селтәрендә бәхәс ҡупты: “тын алыуы ауырлашасаҡ”, “ҡала таш джунглиға әйләнә”, “Өфөнөң символы булған йүкәләргә ниңә тейергә” тигән хәбәрҙәр күренә башланы. Борсолған халыҡты тынысландырыу маҡсатында баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов аңлатма бирҙе: бысылған ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ. Өфөнөң юбилейына ҡарата үҙәк урамдарға илленән ашыу йүкә ултыртыласаҡ. Мәҫәлән, Мостай Кәрим урамында 15 ҙур ағас ултыртыласаҡ. Матурлығын юғалтҡан, ҡартайған ағастарҙы 4 – 5 метрлыҡ йүкә ағастары алмаштырған. Ниндәй ағастар алмаштырыла? Белгестәр билдәләүенсә, ҡалала үҫкән ағастарҙың тамырҙары насар була. Көслө ел мәлендә уларҙың ҡолау ихтималлығы бермә-бер арта. Был дәлилде яңыраҡ баш ҡалала булған дауыл дәллиләне: һынған ағастар машиналарға ҡоланы, ярай әле кешеләр зыян күрмәне. Һәр аҡастың үҙ ғүмере. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала үҫкән ағастыҡы, урман ағастары менән саҡыштырғанда ҡыҫҡараҡ. Бетон һәм асфальт һыу һәм һауаны насар үткәрә. Ошо арҡала ағастар ауырый, серей башлай. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ағас олондарын, артыҡ ботаҡтарҙы йылына ике тапҡыр киҫеп тора, тап ошо эштәрҙе атҡарғанда, иҫкергән ағастар ҙа киҫелә. Әммә ағастар өсөн борсолғандарҙы тынысландырып, шуны өҫтәге килә: белгестәр рөхсәт бирмәйенсә, бер ағас та киҫелмәй. Шарты шулай. Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илгизар Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, ағастың торошона йоғонто яһаусы факторҙар күп. “Белгестәр структур етешһеҙлектәр барлығын иҫәпкә ала — сереү, тамыры ярылыу, хәүефле ауышлыҡ, бәшмәктән зарарланыу. Өфө үҙәгендә, Ленин урамы, Карл Маркс урамы буйлап, Пушкин һәм Цюрупа урамдары участкаларында төрлө дәрәжәлә авария хәлендә тип билдәләнгәйне”, - ти белгес. "Ағасты бысыу тураһында ҡарарҙы тейешле хеҙмәттәр бер нисә фактор нигеҙендә ҡабул итә, олондоң торошон, авария хәлендәге булыуын, юл һәм юл селтәрен үҙ эсенә ала. Олоғайған, хәүеф тыуҙыра башлаған ағастарҙы бысып, урынына яңыһын ултыртыу дөрөҫ аҙым", — тип аңлатма бирә биология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм техника университетының тәбиғәт һәм кеше экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы мөдире, Өфө йәмәғәт палатаһы ағзаһы Мария Лебедева. “Йәшел Башҡортостан” – йәшел ҡалҡан булдыра Республикала йәшелләндереү эштәре әүҙем алып барыла. Әйтәйек, 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала йылына ике тапҡыр "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үткәрелә, унда халыҡ теләп ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: 2023 йылда кампания сиктәрендә республиканың тораҡ пункттарында 122 яңы тематик аллея ултыртылды. сараларҙа 34 меңдән ашыу ағас, 217 меңдән ашыу үҫенте һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. 2024 йылда “Йәшел Башҡортостан”дың яҙғы этабында Өфөлә генә 1262 ағас һәм 374 ҡыуаҡ ултыртылған. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ҡалалар һәм ауылдар төҙөкләндерелә. Ҡырҡылған ағастар урынына ике тапҡырға күберәк ағас ултыртыла. Өфө элекке кеүек йәшел ҡалҡанлы булып ҡалһын өсөн ағастарҙы яйлап яңыларына алмаштырырға кәрәк», — ти Республиканың Экология министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советы рәйесе Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министры Рөстәм Сәйфетдинов. “Ете” майҙаны яратҡан урыныбыҙға әйләнер Һөйөнөслө яңылыҡтарҙың береһе: Башҡортостан дәүләт концерт залы янында майҙан проектлана. Был хаҡта Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. Бындай пландар күптән булған, һәм уларҙың тормошҡа ашырылыуына ҡаланың 450 йыллығы сәбәпсе булған — әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң үҙәге төҙөкләндерелә. Майҙан "Ете" тип аталасаҡ һәм башҡорт ере тарихы менән бәйле буласаҡ. Объект төҙөлөшө барышында һәр деталгә иғтибар итәбеҙ, сәнғәт тарихсылары һәм тарихсылар менән кәңәшләшәбеҙ. Шулай уҡ белгестәр менән ҡулланылған материалдар һәм техник ҡарарҙар буйынса килешәбеҙ. Әле буласаҡ майҙан урынында тротуарҙар урынлаштырыла. Бәләкәй архитектура формалары эшләнә, – тине муниципалитет башлығы. Берҙәм ҡараш кәрәк Өфө Рәсәйҙә йәшелләндереү эштәре алып барыу буйынса өсөнсө урынды биләй. Краснодар һәм Пермдән генә ҡалыша. Ә күршеләрҙә был йәһәттән хәлдәр инсек? Пермдә иҫкергән ағастарҙы яңыһына алмаштырыу эше әүҙем бара. Яҙ һәм көҙ яңы ағастар ултыртыла. Мәҫәлән, быйыл Пермь ҡалаһының ике районында 126 ағасты ҡырҡыу планлаштырыла. Ҡала урамдарынан иҫке һәм сирле үҫентеләр сығарыла. Миндовский паркы 1962 йылда төҙөлә, бында ҡайындарҙың һәм тирәктәрҙең күбеһе шул ваҡытта ултыртылған. Бысылырға тейешле ағастарҙың барыһы билдәләнгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре был ағастарҙы яйлап быса бара. Краснодарҙа күп осраҡта авария хәлендәге һәм сирле үҫентеләр бысҡыға эләгә. Өфөләге кеүек үк, уларҙы белгестәр алдан тикшерергә тейеш. Ҡазанда 2018 йылда Кремлев урамында иҫке ағастар ҡырҡылған һәм яңы ағастар ултыртылған. Бысылған иҫке ағастар урынына, яңылары, ҙурҙары, әммә өс-биш йыллыҡтары ултыртылған. Тәжрибә уңышлы тип табыла һәм Ҡазандың башҡа урамдарына ла тарала. “Халыҡтан мәғлүмәтте йәшермәгеҙ!” Иҫке ағастарҙы алмаштырырға кәрәк булыуы һис шикһеҙ шарт. Берҙән-бер проблема - халыҡҡа етерлек мәғлүмәт бирелмәй. «Халыҡҡа проектлау стадияһында ла, ултыртыу-хеҙмәтләндереү эштәре барышында ла мәғлүмәт биреү, дендрология, экология һәм йәшел төҙөлөш өлкәһендә белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса интенсив саралар үткәрергә кәрәк», — ти Тәбиғәт һәм техника университетының экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы етәксеһе Мария Лебедева. Ысынлап та, ҡалала күптәр Өфөлә Ленин урамында ағас ҡырҡылғанын ишеткән. Ә бына үҙәк урамдарҙа 156 ҙур йүкә ултыртылыуы тураһында ниңәлер һөйләнелмәй. Үҙәккә тағы ла 250 ағас ултыртыу планлаштырыла. Әйтәйек, был теманы былтыр уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев күтәреп сыҡты, ул саҡта ҡала халҡы Чернышевский урамындағы ағастарҙы бысыу эше менән ризаһыҙлығын белдерә ине. "Ниңә кешеләргә бер ағас урынына өс төп ағас ултыртыу тураһында өндәшмәйһегеҙ? Ниңә был ағастарҙың сифаты тураһында халыҡ белмәй? Халыҡ менән тулыһынса килешәм. Килеп өйөгөҙ аҫтынан ағас ҡырҡып алып, һәм ни өсөн икәнен әйтмәһәләр, ярайһы уҡ дөрөҫ иҫкәрмәләр яһарға мөмкин. Шуға халыҡҡа даими рәүештә мәғлүмәт биреп торорға кәрәк", - тип киҫәтте Радмир Мәүлиев. Әйткәндәй, баш ҡаланың юбилейына ҡарата йүкә ағастары ултыртыу – матур йола булып ҡалыр ул. Өфөнөң символы булған йүкәләр япраҡ яра-яра ҡыуаныр. Лилиә НУРЕТДИНОВА. Фотолар “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.