Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сыңғыҙ призын яугирҙәргә оҙатты

Дыуан уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Сираттағы ылауҙы оҙатҡанда Мәсәғүт гимназияһы уҡыусыһы Сыңғыҙ Байышев та яугирҙәргә бүләк алып килгәйне, тип яҙа “Дуванский вестник”. Сыңғыҙ 5-се класта яҡшы уҡый, милли көрәш, грек-рим көрәше менән шөғөлләнә, ырамлы ғына аҙымдар яһай. Еңеү байрамы алдынан Лағырҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә үткәрелгән Беренсе асыҡ турнирҙа Сыңғыҙға сәғәт бүләк итәләр. Ул ҡиммәтле призын һәм кеҫә телефонын яугирҙәргә фронтҡа ебәрергә ҡарар итә. Спортсы, илһөйәр һәм көслө рухлы малайға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ! Фото: https://vk.com/duv.vest