Был турала Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Таньшань ойошмаһы вәкилдәре менән һөйләшеүҙе вице-премьер Илшат Фазрахманов үткәргән. Осрашыу Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһында республиканың рәсми делегацияһы сәфәре сиктәрендә үткән. Ҡытай Башҡортостанда эре мөгөҙлө мал һөйәктәрен эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Предприятие аҙыҡ-түлек тармағында һәм сәнәғәт производствоһында ҡулланылған һөйәк майы һәм микробиологияла бактериялар һәм бәшмәк үҫтереү өсөн туҡлыҡлы мөхит булараҡ ҡулланылған пептон етештерәсәк. Продукцияның күп өлөшө Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатыласаҡ. https://resbash.ru/news/ekonomika/2024-05-15/kitayskaya-kompaniya-postroit-v-bashkirii-zavod-po-pererabotke-kostey-3767534 Фото: resbash.ru
Башҡортостанда һөйәктәрҙе эшкәртеү буйынса завод буласаҡ
16 мая 202416 мая 2024
~1 мин