“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына яңыраҡ “ПроСкан-7000” флюорографы алынғайны. Ул үҙенең мөһимлеген ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҡланы – унда 3502 тикшеренеү үткәрелде. Флюорография пульмонология сирҙәрен иртә асыҡлауҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе, шул иҫәптән туберкулезды ла иҫкәртә ала. Туберкулез – йоғошло сир, уны туберкулез микобактерияһы ҡуҙғыта, төрлө ағзаларҙа шешенеү усаҡтарын барлыҡҡа килтерә. Күп осраҡта үпкә туҡымаһын зарарлай. Туберкулездың асыҡ формаһы үтә йоғошло, ауырыу кешенең эргәһендә тороп ҡына ул йүткергәндә, сөскөргәндә сирҙе эләктереп була. Иммунитетты нығытыу менән бергә йыл һайын флюорография үтеү сирҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара. – Беҙ заманса, уңайлы ҡорамалда пациенттарға диагностика үткәрә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Диагностика сифатлы, - ти үҙәк район дауаханаһының табип-рентгенологы Рәсим Ғилметдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.