Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары аллеяһына барған Совет урамы ремонтлана. Был эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) башҡарыла, тип хәбәр итә Республиканың транспорт министрлығы. - Был юлды ремонтлау 2005 йылда Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына ҡарата тантаналы асылған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары аллеяһына хәүефһеҙ үтергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ ҡала халҡына 1-се балалар поликлиникаһына йөрөүе лә уңайлы буласаҡ, - ти ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Эмиль Шаймарҙанов. Июль аҙағына тиклем Хоҙайбирҙин урамынан Богдан Хмельницкий урамына тиклемге яҡынса 300 метр оҙонлоғондағы участокты тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бында юл япмаһы яңыртыла, борт таштары алмаштырыла, разметка эшләнә. Барлығы быйыл Стәрлетамаҡта милли проект буйынса 12 участканы ремонтлау ниәтләнә, уларҙың оҙонлоғо 7 километрҙан артып китә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты илебеҙ юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә маҡсатланған. Милли проекттың төп бурысы – 2030 йылға юл-трансорт ваҡиғаларындағы үлемде 3,5 тапҡырға кәметеү. Милли проектар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.