Мөғжизәле оҫта ҡулдар ниндәй генә матурлыҡ тыуҙырмай?! Өфөлә йәшәгән Эльвира Мәмбәтова һуңғы ваҡытта полиротанг тигән яһалма материалдан бик матур кәрзиндәр, кашполар, төрлө һауыттар үрә. Үҙе үргән кәрзиндәргә парлы ҡауҙыларҙы ла ултыртып ҡуйһа, һушың китерлек инде! Күптәр был матурлыҡты үҙ баҡсаларына ултыртыу өсөн заказ биргән, әҙер булғандарын һатып алып ҡына торалар, ти оҫта ла. Сығышы менән Хәйбулла районынан ул. Сирек быуат Аҡъяр ауылында йәшәгәндән һуң ғаиләһе менән Өфө янынан йорт һалып, шунда күсәләр. Бөгөн Эльвира һәм Хәлил Мәмбәтовтарҙың ишек алды әкиәти бер майҙансыҡты хәтерләтә. Ҡауҙылар ултырған экспозиция булһынмы, төрлө ҙурлыҡтағы кашполарҙа күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртылһынмы йә иһә башҡа әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән семәрләп, бәйләп, эшләп ултыртһындармы?! Барыһы ла матур һәм зауыҡлы! -Элек-электән ҡул эштәренә маһирмын. Аҡъярҙа йәшәгән саҡта сиктем, бәйләнем, төрлө ҡул эштәре менән дә булыштым. Әммә бәләкәйҙән миңә талдан үрелгән ҡаҙ оялары, төрлө кәрзиндәр оҡшай торғайны, тик талды белеп киҫеп алырға, йәштәрен генә һайларға кәрәк. Шуға күрә был ысул нисектер ауыр ҙа, мәшәҡәтле кеүек күренде. Өфөгә күсеп килгәс, бер ҡатындың полиротангтан кашпо эшләгәнен күрҙем һәм һоҡландым. Ҡайтып интернеттан ҡыҙыҡһынып танышып сыҡтым, үҙемдең дә эшләп ҡарау теләге уянды. Шулай итеп тәүге кашпо үреп ҡараным, килеп сыҡты. Аҡрынлап был эш күңелемә оҡшап ҡалды, эштәремде интернетҡа һала барҙым, заказ биреүселәр табылды, -ти Эльвира Әбделәхәт ҡыҙы. Оҫта ханымға был эште атҡарып сығыуға ире Хәлил дә ярҙам итә. "Икәүләшеп эшләһәк, тиҙ ҙә, күңелле лә," - ти оҫта ҡуллы ханым. Кәрзинде лә, кашпоны ла үҙең теләгән формала үрергә була. Ә инде матур ҡауҙыларға килгәндә, уларҙы айырым һатып ала. Әгәр ҙә һеҙҙең йорт янындағы баҡсағыҙға ҡауҙылар ҡунһын тиһәгеҙ, тиҙ арала Эльвира Мәмбәтоваға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ул һеҙгә кәрзинен үреп тә, ҡауҙыларын ултыртып та бирер. Матурлыҡты үҙ ҡулдарыбыҙ менән тыуҙырайыҡ, улар күңелдәргә нур өҫтәй, яҡтылыҡ бүләк итә. Фото: Эльвира Мәмбәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән