Балаҡатай районы Ямаш ауылында “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса “Яҙғы ракетка” район турниры үтте. Турнирҙа Балаҡатай һәм Мәсетле райондарынан өҫтәл теннисын һөйөүселәр ҡатнашты. Бер аҙ күнекмәнән һуң рәсми уйындар теҙмәһе башланды. Өҫтәлдә хистәр ҡайнаны. Теннисистар ҡыҙыҡлы уйындар менән алмашты, һаҡта ышаныслыраҡ уйнарға, дәғүәселәрҙе хәйләле ташлауҙар, етеҙ контратакалар, киҫкен һөжүмдәр менән бутарға маташты. Бер нисә сәғәт барған бәйгеләр теүәллек, етеҙлек һәм оҫталыҡ йәһәтенән бер минут кеүек үтеп китте. Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар тейешле дәрәжәләге грамоталар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. “Бөтә спортсылар ҙа бында күп көс һалды, дуҫтарынан - ярышташтарынан ниндәйҙер яңылыҡ, бик күп ыңғай тәьҫораттар алды. Өҫтәл теннисы һуңғы ваҡытта яҡташтарыбыҙ араһында ҙур популярлыҡ яулай бара. Районда ошо мауыҡтырғыс һәм хәрәкәтсән спорт төрө буйынса яңы турнирҙар уҙғарыу өсөн реаль мөмкинлектәр булыуы ҡыуаныслы”, – тип билдәләне Балаҡатай районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Гөлназ Литвинова. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.