Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда сираттағы "Инвестиция сәғәте" үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралды. Мәҫәлән, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһының генераль директоры Айҙар Әбүзәров төбәктә яғыулыҡ ҡойоу станцияларының селтәрен үҫтереү һәм юл буйындағы хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү буйынса бер нисә башланғыс менән таныштырҙы. Һүҙ яңы автозаправкалау станцияларын булдырыу тураһында бара, шул иҫәптән Өфө территорияһында ла. Күп функциялы комплекстарҙы төҙөүгә һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме — 957,8 миллион һум. Ә автозаправкалау станциялары территорияһында юл буйындағы хеҙмәтләндереү объекттары 60-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проекттар өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторға шулай уҡ автозаправкалау станциялары өсөн ер участкаларын теркәүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. *** Эшҡыуар Александр Павлов Туймазы районында “САВА” маркаһы аҫтында етештерелгән ит продукцияһын ете