“Китапхана ауылдың йөрәге кеүек. Унда эшләйһең икән, йәмәғәт тормошонда һәр саҡ алда йөрөргә кәрәк”, – ти Архангел районының Орловка китапханасыһы Венера Антипина. Ул – Әлшәй районының Ташлы ауылы ҡыҙы. Ишле ғаиләлә алтынсы бала булып үҫкән. – 1995 йылда кейәүгә сыҡтым, ике бала үҫтерҙек. Хеҙмәт юлым бормалы-бормалы булды. Колхозда быҙау ҙа ҡараным, ауыл хакимиәтендә лә эшләнем, балалар баҡсаһында аш-һыу ҙа бешерҙем, – ти Венера Хисмәт ҡыҙы. – 2018 йылдан иһә әлеге урындамын – Орловка ауылы китапханасыһымын. Эшем үҙемә шул ҡәҙәр оҡшай. Венера Хисмәт ҡыҙы әйтеүенсә, китапханала балалар өсөн “Оҫта ҡулдар” тип аталған түңәрәк ойошторған. Унда тәбиғи материалдарҙан төрлө ҡул эштәре башҡаралар. Бисерҙан биҙәүестәр яһау ҡыҙҙарға айырыуса оҡшай. Белгәндәрен йәш быуынға ихлас өйрәтә Венера Хисмәт ҡыҙы. Үҙе районда, республика кимәлендә ҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2022, 2023 йылдарҙа, мәҫәлән, “Табынфест” сараһында уның ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Әлшәйҙең Раевка ауылында үткән балаҫ байрамында ла Архангел китапханасыһы халыҡты оҫталығы менән хайран итеп ҡайтҡан. Үҙҙәренең районы картаһын сигеүгә лә өлөш индергән. – Әле ауыл халҡы менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, окоп шәмдәре эшләйбеҙ. Һалдаттарға башалтайҙар, шлем аҫтынан кейә торған баш кейемдәре лә бәйләйем, – ти Венера Хисмәт ҡыҙы. – Күмәкләшеп концерттар әҙерләп күрһәтәбеҙ, өлкәндәргә ярҙам ойошторабыҙ. Ғөмүмән, китапхана ауылдың йөрәге кеүек ул. Китапҡа һөйөүҙе һүндермәү менән бергә изге эштәрҙең башында йөрөргә, матурлыҡ тыуҙырырға тейешбеҙ. Яҙыусыларыбыҙҙың мәңгелек мираҫ булған әҫәрҙәре беҙгә тап шундай тәрбиә, ынтылыш бирә. Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә республикабыҙ китапханасылары араһында конкурс башланды. Һөнәр оҫталары өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар В. Антипинаның шәхси архивынан.