Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторған В2В майҙансығында Ҡытай Халыҡ Республикаһына төбәк делегацияһының сәфәре барышында республиканың 40-тан ашыу предприятиеһы агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы, аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы, металлургия, машиналар эшләү, мебель сәнәғәте, медицина, логистика буйынса эш башлай. Башҡортостан компаниялары менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу өсөн 270-тән ашыу Ҡытай компанияһы теркәлгән. «Башҡортостан үҙенең инженер продукцияһы, шулай уҡ нефть эшкәртеү һәм химия комплекстары менән дан ала. Был йәһәттән беҙҙә Ҡытайҙан партнерҙарға тәҡдим итерлек нәмәләр бар, беҙ үҙ тәжрибәбеҙ һәм тупланған белемдәребеҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Үҙ сиратында, республикабыҙҙа автомобиль, тау һәм башҡа өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Ҡытай сәнәғәт предприятиеларын йәлеп итеү менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ», — тине Башҡортостандың сәнәғәт энергетика һә инновациялар министры Александр Шельдяев. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс э