Бөгөнгә Башҡортостанда барлығы өс урман янғыны теркәлгән. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән сарала Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин белдерҙе. — Республикала махсус янғын режимы индерелгән. Янғын миҙгеле октябргә тиклем дауам итә. Янғын хәүефһеҙлегенең планы Башҡортостан Башлығы тарафынан раҫланған. 11 мең кеше һәм 3,5 меңдән ашыу техника йәлеп ителеүгә әҙер. Һауа мониторингы бара, 20-гә яҡын осош эшләнде, –тине Илгиз Фәтҡуллин. Шулай уҡ Илгиз Фәтҡуллин ҡоро йәшен кеүек күренештең хәүефле булыуы хаҡында һөйләне. Әммә төп хәүеф ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән сүп-сарҙы яндырыу булып тора – был 91,6 процент. Хоҡуҡ боҙоусыларға — юридик шәхестәргә штраф һалына, уның күләме 1 миллион һумға тиклем барып етергә мөмкин. Башҡортостандың иң хәүефле райондары — Урал аръяғы райондары, бынан тыш Белорет һәм Әбйәлил райондарындағы хәл гел иғтибар үҙәгендә. Янғын миҙгеле башынан Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ урман хужалығы территорияһында дөйөм майҙа