Эйе, барыһы ла ғаиләнән башлана. Мөхәббәт тә, изгелек тә, мәрхәмәтлелек тә, кешелеклелек тә, тәрбиәлелек тә, рухлы, иманлы, уҡымышлы булыу ҙа... Ә иһә, быларҙың барыһын да йола буйынса атай-әсәй нигеҙенән алып, хәҙер инде үҙҙәре ҡорған донъяла балаларына ошо уҡ тәрбиә биргән йәш ғаиләләр беҙҙә, әлбиттә, күп. Ошондай ғаиләләрҙең береһе, республикабыҙҙа оҫта тип даны сыҡҡан конструктор-модельер Гөлфиә һәм Тойота-центр белгесе Нариман Ниғмәтовтар ҙа халҡыбыҙ тарихында үҙҙәренең яҡты эҙҙәрен ҡалдырыусылар. – Гөлфиә, йәш Ниғмәтовтар ғаиләһенең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп үтһәң ине. – Беҙ бала саҡтан танышбыҙ. Сөнки икебеҙ ҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылынан. Һәм хатта бер урамдан, дүрт өй аша йәшәнек. Ул минән бер класҡа өлкән уҡыны. Шулай ҙа беҙ мәктәпкә гел бергә йөрөнөк, игеҙәгем Әлфиә менән өсәүләп. Аҙаҡ клубҡа, киске уйынға сыҡҡанда ла бергә йөрөй торғайныҡ. Дуҫ булдыҡ. Мәктәпте бөткәс, ул армияға барып килгәс, беҙ егет менән ҡыҙ булараҡ дуҫлаша башланыҡ. Дүрт йыл дуҫлаш