"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Бөгөн, 15 май халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙе йәшәйештең төп маҡсаты тип ҡараған.
2024 — ғаилә йылы тип иғлан ителеү ҙә — ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Тапшырыуыбыҙҙың тәүге өлөшөндә республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Өфө районы филиалы етәксеһе Миләүшә Йәмилова менән әңгәмә ҡорҙоҡ, ә һуңынан Дәүләкән районынан Ҡорманаевтар - ғаилә башлығы Айнур Ҡорманаев, герой әсә, әүҙем йәмәғәтсе Гөлназ Ҡорманаева һәм уларҙың балалары менән күрештек.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».