Найти тему
Башҡортостан гәзите

Карина Кашапова табылған

Беҙ кисә һеҙгә 20 йәшлек ҡыҙҙың Владивостокка юлланып, юғалыуы тураһында яҙғайныҡ. Хәҙер иһә ҡайғылы хәбәр билдәле булды: ул үле килеш Владивостокта табылған. Ҡыҙҙы эҙләү үткән аҙнала башланғайны. Карина яҡындары менән бәйләнешкә һуңғы тапҡыр 8 майҙа сыҡҡан. Апрель аҙағында ҡыҙ Владивостокка билет алған булған. Тик был турала ул береһене лә әйтмәгән, пландарын һөйләмәгән. 2 май көндө университетта ул ауырыйым тигән, ә 5 майҙа Владивостокка юлланған. 8 майға тиклем ул туғандарынан Өфөлә булмауын йәшергән. Тап ошо көндә ул бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Карина юғалыр алдынан социаль селтәрҙәрҙәге бөтә аккаунтарын, шул иҫәптән почтаһын да юйған. Ҡыҙ менән нимә булғаны әлегә билдәһеҙ. Фото: “ЛизаАлерт”