Ҡыҙыл эремсек башҡорт халҡының байрам-йола ризығы булып тора, уны хөрмәтле ҡунаҡтарға тәҡдим итәләр, ғаилә байрамдары, йолалар ваҡытында өҫтәлгә ҡуялар. Ҡыҙыл эремсек әҙерләү ҡатмарлылығы менән айырылып тора. Шуға ла ул өҫтәлдә һирәк ҡунаҡ булған. Борон уны иң абруйлы ҡунаҡтар ҡабул иткән. Ҡыҙыл эремсек әҙерләү серҙәре ғаилә традициялары буйынса күскән. Хәйер, хәҙер интернет заманында үҙҙәренең белгәндәрен өйрәткән яҙмалар, видеодәрестәр бар. Хаҡлы ялдағы хужабикәләрҙең береһе Ғәлиә Хәсәнова йыш ҡына үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә милли ризыҡтарыбыҙҙың рецебы менән бүлешә. “Башҡорттарҙың милли ризыҡтарының береһе ҡыҙыл эремсекте мин шулай эшләйем. Һары эремсек эшләү өсөн авратты (айыртылған һөт) ҡайнатырға ҡуям. Ҡайнап сыҡҡас утын яйлатам да ҡатыҡ һалам. Яйлап һыуы әйләнеп сыға, эремсеккә әйләнә. Эремсеген йәтешерәк һауытҡа һалып ҡыҙарғансы ҡайнатам”, – тип уртаҡлашты Йылайыр районының Йомағужа ауылында йәшәгән Ғәлиә Хәсәнова. Килеп сыҡҡан массаның һыуын һарҡытып йәйеп киптерә. Кипкәс ит турағыстан үткәреп ала. Май, шәкәр ҡушып яҡшылап болғап әҙер эремсекте йомарлап ала. Уны ҡышҡылыҡҡа туңдырғыста һаҡлайҙар. Фотолар: Ғәлиә Хәсәнова
"Башҡорттарҙың милли ризыҡтарының береһе ҡыҙыл эремсекте мин шулай эшләйем"
15 мая 202415 мая 2024
~1 мин