Найти тему
Журнал "Шонкар"  

"Ниңә балама “кәнтәй” тип әйтәһегеҙ?! "

– Мә, аша, кәнтәй!
Русса ғына һөйләшкән ҡәйнәһенең был һүҙҙәре сәй әҙерләп йөрөгән Кәримәнең* йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙала. Сөнки кемгә ҡарата әйтелә бит әле – ике йәше лә тулмаған сабыйға, уның һөйөклө ҡыҙсығына. Оло кешегә ҡаты ла бәрелә алмай, әрнеүе тамағына – төйөр, күҙҙәренә йәш булып тығыла. Ә ҡәйнә кеше үҙ ғәҙәтен ташларға уйламай: күстәнәскә йогурт алып килгән дә, ейәнсәренең маңлайына бөкләнгән һуҡ бармағы менән төртөп, бер үк һүҙҙәр менән ризыҡты тоттора:
– Аша, кәнтәй! 
Бәләкәй сағынан олоно – оло, кесене кесе итеп, һәр кемгә ихтирам менән ҡарарға өйрәнгән Кәримә оҙаҡ түҙеп йөрөй, әммә бер көндө сабырлығы шартлап һына. Тупырлап йөрөп ятҡан ҡыҙын ҡәйнәһе янына ултыртып, тура һорай:
– Ниңә балама “кәнтәй” тип әйтәһегеҙ?! Һуң, ул сабый ғына лаһа! Үҙегеҙҙең ейәнсәрегеҙ!
Ҡәйнәһенең иҫе лә китмәй:
– Бәлки, яратып, үҙ күреп әйтәмдер!
– Ә ниңә улайһа ҡыҙығыҙға шулай яратып өндәшмәйһегеҙ йәки уның ҡыҙына? Уларға ла шулай өндәшегеҙ! 
Ҡәйнәһе ирендәрен ҡымтыһа ла, Кәримә ярһыуын баҫа алмай:
– Ҡыҙым – һеҙҙең ейәнсәрегеҙ, тимәк, һеҙ оло кәнтәй булып сығаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, мин дә һеҙҙе үҙ күреп, шулай өндәшәйем булмаһа?! Башҡа улай тип әйтмәгеҙ, барыһы ла ошонда, йөрәктә ҡала!
Килендән уңманым, тип йәне көйөп сығып китә ҡәйнә кеше. Ул тәүҙән үк улы Аликтың Кәримәгә өйләнеүенә ҡаршы була. Алик әсәһенең һүҙенә ҡарамай, Кәримәгә өйләнеп, бергә йәшәй башлағас, киленен “башкирка, деревенщина” тип кәмһетә. Әйтерһең дә, үҙендә башҡорт ҡаны аҡмай. Үҙенең әсәһе лә сығышы менән Бөрйән районы ауылынан бит инде. Һөргөнгә һөрөлөп, сит өлкәлә тамыр йәйергә мәжбүр булған ғаиләнән. Тик ҡалала тыуғас, ҡәйнәһе ауыл ҡыҙын һөйһөнмәгән була, танау сөйә. Кәримәгә “килен” тип тә бер тапҡыр ҙа өндәшмәй. Кейәүгә сыҡҡас, Кәримә, Аликка эйәреп, ҡәйнәһенә “әсәй” тип мөрәжәғәт иткәс, уныһы пыр туҙа: “Мин һиңә нишләп әсәй булайым?! Ана, үҙеңдең әсәйеңә шулай өндәш!” Кәримә ҡәҙерле кешеһенә бик тә өндәшер ҙә ине, ләкин әсәһенең баҡыйлыҡҡа күскәненә байтаҡ заман үткән. Әсәһе тере булһа, бәлки, был сит өлкәгә килмәҫ тә, Аликты осратмаҫ та ине. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ Себерҙә йәшәгән әбейе уны үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра торғайны. Тик алыҫ юл, ете-ят ер, тип ҡурҡып, барманы. Әсәһе вафат булғас, әбейенән хат алды ла, ҡапыл ҡунаҡҡа сыҡты ла китте. Поезға ултырһаң, ул алып бара икән, тип ҡыуанып, юлда Томск ҡалаһынан Нина исемле ҡатын менән танышып алды.
– Бер кемгә лә ҡайҙа барғаныңды һөйләмә, поездан төшөү менән такси саҡырт та, тура әбейеңә бар, бер нәмәнән дә ҡурҡма, – тип кәңәш итә Өфөлә йәшәгән балаларында ҡунаҡ булып, өйөнә ҡайтып барған изге күңелле ҡатын. Тәүге тапҡыр республиканан ситкә сыҡҡан Кәримә уны тыңлап, әбейенә тиклем таксиҙа бара. Барһа, ишекте ҡарт ҡына әбей аса... Кәримә, әбейем шулай ҡартайып киткәндер, тип башына ла индермәй. Һуғыштан һуң эш эҙләп сығып киткән әбейе сит ҡалала кейәүгә сығып, заводта эшләп, балаһыҙ ҡартая. Ире үлеп, кәре тамам бөткәс, Кәримәне үҙенә саҡырып ала ла инде. Ябай ғына йыһазландырылһа ла, әбейҙең өйө тап-таҙа, үҙе лә тыныс холоҡло, ипле генә була. Әбейендә ике аҙна ҡунаҡ булғас, Кәримә Өфөгә килеп, “отработка”ны үтә лә, эштән сығып, кире Себергә китә. Унда трамвайға кондуктор булып эшкә инә. Трамвайҙы йөрөткән Гөлли –Ҡазан яғынан. Береһе – башҡортса, икенсеһе татарса һөйләшеп, геү килеп эшләйҙәр. Тыуған ерҙәренән – Башҡортостандан, Татарстандан мәжбүри айырылып, сит тарафтарҙа тороп ҡалған әбей-бабай­ҙар уларҙың флагтар менән биҙәлгән трамвайында йөрөргә ярата, көн һайын көтөп үк ала. Сөнки алсаҡ, яҡты йөҙлө кондуктор менән дә, трамвай водителе менән дә үҙ телдәрендә ихласлап һөйләшә алалар. Уларҙы туған кеүек яҡын күреп, бар тормоштарын һөйләй­ҙәр, ҡайһы бер хислерәктәре тыуған ерен һағынып, рус мөхитендә үҫкән балалары менән туған телендә иркенләп аралаша алмағанға зарланып, хатта илай ҙа... 
Әйткәндәй, барыһына ла бәхетле булып күренгән Гөллиҙе, бик шәп, уңған ҡатынды, ире эсеп ҡаңғырта. Гөлли йәш сағында колхозда һыйыр һауған. Бер көндө ауылдарына Себерҙән ҡунаҡҡа килеп төшкән ҡатынға, мине бынан алып китһәгеҙ, малайығыҙҙы “уф, алла” арбаһында ғына йөрөтөр инем, тип шаярта. Ә ҡатын уны оҡшатып, бер аҙнанан улына әйттерергә килә. Шулайтып Гөлли Себергә килеп эләгә. Әммә ниңәлер уны ла ҡәйнәһе йыш ҡына рәнйетә, ситләтеп маташа, кәмһетә. Аҙаҡ, Гөлли һуғыш суҡмары булған эскесе иренән айырылып, үҙ яғына ҡайтҡас, үлем түшәгендә ятҡан ҡәйнәһе уны саҡыртып, килеүен көтөп ала. Килененең күҙенә мөлдөрәп ҡарап, рәнйеткәне өсөн үкенеүен белдерә, кисереүен һорай. Гөлли ҡәйнәһен матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.     
– Гөлли ныҡ уңған, әйтмәксе лә, ире “уф, алла” арбаһында ғына йөрөнө, бөтә эште ҡатыны башҡарғас ни, – тип һөйләй Кәримә. – Беҙ күрше генә йәшәнек. Ире һуғыша башлаһа, Гөлли мине саҡыра, икәүләп ирен бәйләп, ҡасабыҙ. Ире мине трамвайҙа күреп, тағы мине бәйләһәң, ултыртам мин һине, тип янап та йөрөнө. Алик менән дә трамвайҙа таныштыҡ. Уның тәүге ҡатыны араҡы менән ғәләмәт дуҫ ине, эсеп алһа, ир ҙә, бала ла, эш тә кәрәкмәй. Алик шул тормоштан ялҡып, минең менән танышҡас та, унан айырылды. Ҡәйнәм элек ҡунаҡсыл ине, гел дә әхирәттәрен йыйып алып, ҡунаҡ күрһәтте. Мине кәмһетеп, махсус рәүештә шул киленен дә саҡыра ла, Аликтың янына ултырта. Кеше алдында мине “эй, башкирка, деревенская” тип кенә атай. Йәнәһе лә, теге мәрйә килене ҡала ҡыҙы, етеш ғаиләнән, ә мин төпкөл ауылдан... 
Мине һәм ҡыҙымды яратмаған булып, хатта баҡсаларынан еләк тә ашарға рөхсәт итмәне бит ул. Еләк бешкән мәлдә бер ус йыйып, балама ашатайым, тиһәм, ниңә тейҙең, ашамағыҙ, был – үҙ ҡыҙыма, тип асыуланды. Әйтәләр бит әле, һөймәгәндең ҡулына ҡалаһың, тип. Дөп-дөрөҫ һүҙҙәр. Ҡәйнәм олоғайғас, ҡыҙы уны үҙенә күсереп алды ла, фатирын һатып ебәрҙе. Әсәһенә бер йылы һүҙен йәлләгән, аҡырған да баҡырған, ас тотҡан. Был турала белгәс, ирем, һеңлеһенә асыуланып, ғәзиз кешеһен йәлләп, ҡәйнәмде беҙгә алып ҡайтты ла инде. Аяҡтан яҙғайны ул. Ҡойолоп тик йөрөй, оло ярауын да, кесеһен дә тота алмай. Уны тәрбиәләп ҡарап, хәҙер үҙем сиргә һабыша яҙҙым, сәсем ап-аҡ булды. Оло кешенең һөйәге ауыр, көс еткеһеҙ, еҫе лә ауыр. Бер туҡтауһыҙ эске кейемен, үҙен йыуа-йыуа хәл бөтә. Кейемен алмаштырып, сығып йыуып ҡына инәһең, ул тағы ла балаҡ буйына ебәргән була. Ауылда ни, ҡырҡмаһа ҡырҡ эше ҡырылып ята, ҡайһы ваҡыт ашығып, бирсәткәһеҙ генә уның артын таҙалап йыуындырһам, ҡулға еҫе һеңә лә ҡуя, һыйыр һауырға ултырғас, ҡыйын булып тора. Аҫтына йөрөгән оло кешене ҡарағансы, бәләкәй баланы йә малды ҡарауың күпкә еңел, тигән уйҙан үҙем дә ҡыйынһынып китәм. 
Ҡарарға булыр ҙа ине, беҙҙә уңайлы шарттар юҡ бит, тигәс, ирем ҡәйнәмде бер туғанының балаһына алып барҙы. Әбей, бармайым, миңә бында оҡшай, ниңә мине унда ебәрәһегеҙ, тип ҡырта­лашһа ла, уны ҡарарға хәлем булмағас, ебәрҙек инде. Ҡала кешеләре хатта бер аҙна ла түҙмәне, ҡарай алмайбыҙ, тип әбейҙе кире ҡайтарҙылар. Беҙҙәге кеүек алыҫ ҡоҙоҡтан һыу ташыһалар бер хәл...
Тәүҙә ирем отпуск алып, ике аҙна ҡарашты. Һуңынан, ул вахтаға сығып киткәс, бөтә эш миңә торҙо ла ҡалды. Ә бит мин мал да ҡарайым, ҡош-ҡорт та аҫрайым, баҡса ла үҫтерәм, балаларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Элек ҡәйнәм миңә, һин ҡарт, йәшең үткән, бала тапма, уны кем ҡарай, тип ныҡыша торғайны, әлдә тыңламағанмын, гөлдәй балалар үҫте­рәм, шөкөр. 
Ҡәйнәмә, йөрөргә тырышығыҙ, әле һеҙ бер кемгә кәрәк түгел, аҙаҡ, түшәккә ятһағыҙ, бөтөнләй кәрәгегеҙ булмаясаҡ, тип биҙрәһен тышҡа сығарып ҡуйҙым. Уянғас та, велосипед педален әйлән­дергән кеүек күнекмә яһағыҙ, яйлап ҡына кәртә буйлап йөрөгөҙ, тип өгөтләп, аяҡтарына массаж яһап, яҡшы итеп ашатып, аяҡҡа баҫтырҙым бит! Ләкин үҙем ауырып киттем. 
Үҙ әсәйем булһа, ауырып йөрөһәм дә, һис бер һүҙһеҙ ҡарар инем, биллаһи, әммә мине гел ситләткән, кәмһеткән, бер ҡасан яҡты йөҙөн күрһәтмәгән ҡәйнәмде ҡарауы миңә бик ауыр. Әлһерәнем тамам, башымдың, билем­дең, беләктәрҙең ауыртыуына сыҙар­лыҡ әмәл юҡ... 
Заманында, балалар бәләкәй саҡта, беҙ уны үҙебеҙгә йәшәргә саҡырғайныҡ. “Барып, пенсиямды ашатып ятайыммы?! Бармайым”, - тип ҡырҡа баш тартты. Килен – кеше балаһы, тип ситкә типте, үҙенә яҡынайтманы, үҙ ҡыҙына ғына өҙөлөп торҙо. Әлеге ваҡытта үҙ ҡыҙына һыймай, кәрәкмәй. Бында килтерһәгеҙ, мин уны ҡарттар йортона тапшырам, тигән һеңлеһе иремә. 
– Ҡыҙым үҙе айырым ултырып ашаны, мине ашатмаҫҡа тырышты, рәнйетте, – тип зарлана ҡәйнәм. – Тегендә барма, быға теймә, тип әрләп, ирешеп тик йөрөнө, һыйҙырмай...
Ҡәйнәмдең иһә мине һыйҙырмай, рәнйеткәндәрен иҫләп ҡуйһам, ирем, үткәндәрҙе ҡаҙма, соҡоп сығарма, тип көйә. Һуң, эстә ҡалған бит, тим. Хәтер бер ҡалһа, ныҡ ҡала икән ул. Ҡыҙсығыма руссалап “кәнтәй” тип өндәшкәнен оноторлоҡмо ни?!
– Бына шулай, йәшлек үтә лә китә, ҡартлыҡ тиҙ генә килеп етә икән, – тип һүҙен йомғаҡланы Кәримә апай. – Киленде, кеше балаһы, тип рәнйетергә ярамай, уның ҡулына ҡалыуың да бар. Ҡартлыҡ барыбер килә, бер нисек тә ҡасып ҡотола алмайһың... Зарланғандан түгел, ә минең һөйләгәндәрем, бәлки, кемгәлер фәһем, һабаҡ булыр, тип хәл-әхүәлем менән бүлештем...

*  Исемдәр  үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова