Бөгөн, 15 майҙа Борай районында эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен башларға теләгән муниципалитетта йәшәгәндәр өсөн “Минең бизнесым” үҙәгенең дәүләт ярҙамы саралары һәм уларҙы алыу алымдары буйынса семинар-консультацияһы ойошторола. Сәфәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Осрашыуҙы Нефтекама ҡалаһы "Минең бизнесым" үҙәгенең айырым бүлексәһе етәксеһе Руслан Баянов үткәрә. Ул семинарҙа ҡатнашыусыларға бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары, уларҙы алыу ысулдары һәм "Минең бизнесым" үҙәгендә планлаштырылған уҡытыу саралары тураһында һөйләйәсәк. Сарала шулай уҡ Борай районы хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге вәкилдәре һәм райондың уңышлы эшҡыуарҙары ҡатнашасаҡ. Консультация семинарын уҙғарыу урыны: Башҡортостан Республикаһы, Борай районы, Борай ауылы, Урал урамы, 48/2-се йорт (яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы бинаһында). Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.