Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәйе тағы ла файҙалыраҡ

Яҙын йәшел аҡландарҙы сағыу һары төҫтәр менән буяп оҙайлы көҙгө-ҡышҡы миҙгелдән һуң кәйефте күтәреүсе был үҫемлекте күптәр ябай ҡый үләне тип ҡабул итә. Әммә бәпембә халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла һәм һаулыҡ өсөн бик файҙалы икән. Уларҙың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында Боронғо Римдә һәм Боронғо Грецияла уҡ белгәндәр, унда уларҙан төнәтмәләр әҙерләгәндәр. Боронғо Ҡытайҙа был сәскәне салатҡа өҫтәһәләр, Һиндтар һут етештергән. Шулай итеп вирустарҙан һәм паразиттарҙан дауаланғандар. Шул уҡ ваҡытта был үҫемлекте рәсми рәүештә 1970 йылдарҙа ғына ашарға яраҡлы тип иҫәпләй башлайҙар. Бөгөн унан һут яһайҙар, ҡайнатма әҙерләйҙәр, балға өҫтәйҙәр һәм сәй итеп эсәләр. Бәпембәлә А һәм С витаминдары, калий һәм кальций күп, һәм ул төрлө ауырыуҙарға дауа булып һанала. Ҡағиҙә булараҡ, үҫемлектең тамырҙарынан һәм сәскәләренән сәй әҙерләйҙәр. Бынан тыш, унда ретинол, иннулин һәм торексациндың яҡшы сығанағы булып тора. Тынысландырыусы үҙенсәлектәре арҡаһында уның сәйе стресс, арығанлыҡ һәм депрессия ваҡытында файҙалы. Уның тамырҙары вирустарға ҡаршы тәьҫир итә, бауыр һәм үт ҡыуығы функцияһын яҡшырта. Шулай уҡ бәпембә иммун системаһын нығыта, ҡан баҫымын, “насар” холестерин кимәлен, диабет ваҡытында шәкәрҙе кәметә, йөрәк мускулын нығыта һәм ҡан әйләнешен әүҙемләштерә. Бынан тыш, сәй ревматизм, һарылыҡ, артрит һәм подагра ваҡытында файҙалы. Шуға ҡарамаҫтан, эсемлекте хроник бөйөр етешмәүсәнлеге һәм аллергик реакцияларға бирелеүсән кешеләр һаҡлыҡ менән ҡулланырға тейеш. Сәй рецепты: Файҙалы эсемлек әҙерләү өсөн үҫемлектең бөтә өлөштәре лә бара. Сәскәләрҙән иң ябай һәм тәмле сәйен ҡулланалар. Сәскәләрҙе юлдарҙан алыҫ, таҙа яландарҙа йәки баҡсала йыйығыҙ. 7-8 сәскәне яҡшылап сайып, ҡайнар һыу ҡойоп 5 минут төнәтергә. Тәм өсөн бер балғалаҡ бал өҫтәргә була. Бәпембә сәскәләрен ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулы: Йыйылған сәскәләрҙе йыуығыҙ һәм ҡоро елләтелгән бүлмәлә киптерегеҙ. Үҫемлектең киптерелгән өлөштәрен быяла банкаларҙа йәки туҡыма тоҡсайҙарҙа һаҡлау уңайлы. Автор фотоһы

Еда
6,93 млн интересуются