Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алда хәл итәһе мәсьәләләр күп

Бөгөн Өфөлә мөһим сара – “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының IV Үҙәк Азия конференцияһы булды. “Валдай” клубының Үҙәк Азия конференцияһы – Үҙәк Азия алдында торған халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе һәм саҡырыуҙарҙы баһалау өсөн иң ҙур интеллектуаль майҙансыҡ. Быйылғы конференцияның темаһы –“Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәреүсән донъя ысынбарлығында үҫеш һәм хәүефһеҙлек”. Өфө Рәсәй, Һиндостан, Ҡазағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә. Ҡаҙағстан ҡунағы, “TALAP” тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Рахим Ошаҡбаев Рәсәй менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. – Һуңғы ике йылда ҙур геосәйәси хәлдәр арҡаһында донъяла ҙур сауҙаны яңынан ҡороу бара, иҡтисад үҙгәрә, транспорт-логистика каналдары адаптация үтә. Геосәйәси көсөргәнеш һәм Украинала барған махсус хәрби операцияға ҡарамай, 2022 йылда глобаль сауҙа ныҡ үҫеште, шулай уҡ 2023 йылда ла үҫеш ҙур булды. Был ныҡлы тәгәрәү күҙәтелгән ковид осоро, 2008 йыл менән сағыштырғанда ла аныҡ күренә. Глобаль сауҙаға драйвер булып “глобаль көньяҡ” торҙо. Тиңе булмаған санкцияларға, эске эштәргә ҡыҫылыуға, сауҙаны, шул иҫәптән Рәсәй менән Ҡытай араһындағы сауҙаны сикләргә тырышырға ҡарамаҫтан, көнбайыштың пландары килеп сыҡманы. Хатта кире һөҙөмтә бирҙе. Донъя глобализацияһын туҡтатып булмай, – тине ул. Эксперт шулай уҡ Рәсәй, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан иҡтисады, хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ йөрөттө. – Беҙҙең бурыс – үҙебеҙҙең лайыҡлы урынды табыу. Универсаль ҡараш – шәхси капиталға, шәхси инвестицияларға, эшҡыуарҙарға нигеҙләнеү кәрәк. Рәсәйҙә лә был ҡараш эшләй. Бөтә күҙаллауҙар буйынса ла Рәсәйҙең ВВП-һы (эске тулайым продукты) төшөргә тейеш ине, дошмандар быны көттө. Тик киреһенсә килеп сыҡты, бер аҙ ғына кәмеп торғандан һуң, был күрһәткес киреһенсә дүрт процент самаһына үҫте. Ҡаҙағстанда ла үҫеш ошо кимәлдә. Хәҙер Рәсәй төбәктәре башлыҡтарына, Ҡаҙағстан өлкәләре аҡымдарына бик әүҙем булырға, бергә эшләргә, мәғлүмәт бирергә кәрәк. Инновациялы, һанлаштырылған ҡараш зарур. Был йәһәттән проблемалар бар. Мәҫәлән, һеҙ башҡорт инвесторы, Ҡаҙағстанда бизнес эшләү өсөн үҙегеҙгә бар кәрәкле мәғлүмәтте лә таба алаһығыҙмы? Эйе, бер тәҙрә принцибында эшләгән сайттар бар, тик был етмәй. Һәм, киреһенсә. Беҙ, әйткәндәй, Республикаға идара итеү үҙәген күрҙек¸яҡшы эшләй. Һеҙҙә инвесторҙар, сауҙа менән шөғөлләнеү үҙәктәре бар. Үҫеш бар, әммә ошо йәһәттән булған тағы бер проблема – илдәр араһында аҡса ирекле йөрөмәй. Беҙҙә МИР карталары эшләмәй, беҙҙең карталар менән һеҙҙә түләп булмай. Шулай булғас алда хәл итәһе эштәр бихисап, – тине ул. Автор фотоһы.