Өфөлә Халыҡ-ара “Китап байрамы”н үткәреүгә әҙерлек ҡыҙыу бара. Фестиваль 24 майҙан 26-һына тиклем ҡаланың Совет майҙанында һәм уға терәлеп торған урамдарҙа уҙғарыласаҡ. Фестивалдә “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йорто “Изге подписка” акцияһын ойоштора. Һәр теләгән кеше, үҙенә оҡшаған республика, ҡала һәм район баҫмаһына яҙылып, МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләләренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, туғандарына, яҡындарына бүләк итә, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов: “Республикала беҙҙең гәзит-журналдарҙы юғары баһалайҙар. “Изге подписка” акцияһы фестивалдең әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе булыр тип уйлайым. Яҡшы мәғлүмәт таратҡан әйбер менән бүлешеү – кешенең күңел байлығын, изгелеккә ынтылышын күрһәтеүсе сифаттар ул”. #ДобраяПодписка #Китап #КитапБайрам2024
Китап байрамында "Изге подписка" акцияһы ла ойошторола
14 мая 202414 мая 2024
~1 мин