Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вагон да бушатҡан, шешә лә тапшырған

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин – Элвин Грей тураһында ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ. Ул 1989 йылдың 17 майында Өфө ҡалаһында тыуған, ошо көндәрҙә 35 йәшен билдәләй. * Радик илаҡ бала булған. Әсәһе әйтеүенсә, бер йәшенә тиклем ныҡ илаған. * Әсәһе уға Радмир тигән исемде ҡушырға теләгән. Әммә атаһы бала табыу йортона “Радик” тип яҙҙырып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып килгән. * Мәктәптә уҡыған осоронда уҡ аҡса эшләй башлаған: вагондар бушатҡан, шешә лә тапшырған. * Атаһы балта эшенә оҫта була, был һәләт Радикка ла бирелгән. Уға хатта хеҙмәт уҡытыусыһы булырға ла тәҡдим итәләр. * Бала сағында Салауат Фәтхетдиновтың, Фәдис Ғәниевтең йырҙарын яратҡан. * 2006 йылда, 10-сы класта уҡығанда тәүге музыкаль альбомын сығара. * Радик ҡурайҙа, фортепианола, баянда уйнай белә. * Радик Юлъяҡшин менән Гөлназ Асаева ысынлап та бер аҙ дуҫлашып йөрөгән, әммә Гөлназ бер интервьюһында әйтеүенсә "был мөнәсәбәттәрҙе етди тип әйтеп булмай". * Яратҡан емештәре – ананас һәм манго. * Яратҡан тәм-томы – “Баллы” торты. * Таиландта фатиры һәм үҙенең тауыш яҙҙырыу студияһы бар. * Ҡазанда фен-шуй ҡағиҙәләре буйынса йорт төҙөгән. Фото: Радик Юлъяҡшиндың социаль селтәрҙәге төркөмөнән (vk.com/elvin_grey) Сығанаҡ: “Татар эстрадаһы” төркөмө.