Өфө фән һәм технологиялар университеты яһалма интеллектҡа уҡытыуҙың өс программаһын тормошҡа ашыра башлай. Ул “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Яһалма интеллект” федераль проекты ярҙамында алып барыла. 2024 йылда проектта ҡатнашырға 40 провайдерҙан 78 ғариза бирелгән. Асыҡ һайлап алыуҙар буйынса 12 провайдерҙан 31 программа үткәрелгән. Уларҙың өсәүһе - Өфө фән һәм технологиялар университетыныҡы - түбәндәге специальностар буйынса: мәғлүмәт аналитигы, мәғлүмәт архитекторы һәм техник аналитик. Проекттың маҡсаты – яһалма интеллект өлкәһендә һәм персональ һанлы сертификаттар механизмы ҡулланылған төрҙәш өлкәләрҙә өҫтәлмә профессиональ белем алыу. Проектта Рәсәй граждандары – Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә йәшәүсе 18 йәштән өлкән һәм пенсия йәшенә етмәгән, юғары һәм урта профессиональ белемдәре булған, урта профессиональ һәм юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнаша ала. 2024 йылда 2100 кеше уҡыясаҡ. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23862/