14 майҙа Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм ойошма вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. 52 кешенең ҡаҙаныштары маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Башҡортостан Башлығы алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – 2017 – 2023 йылдарҙа республикала 15 мең алданған өлөшсө һаналған. Уларҙың күбеһе буласаҡ торлаҡҡа һуңғы аҡсаларын һалған һәм ҡайһы бер төҙөүселәрҙең намыҫһыҙлығы һөҙөмтәһендә бик ҡатмарлы хәлгә эләккән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтары Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тергеҙелгән. Был бурыс 2023 йылдың аҙағына тиклем уңышлы үтәлде, тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Башҡортостан алданған өлөшсөләр һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге биш төбәк исемлегендә ине. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән был эште атҡарып сыҡтыҡ.