Башҡортостанда 20 йәшлек студент ҡыҙ юғалған. Карина Кашапова яҡындары менән һуңғы тапҡыр бәйләнешкә 8 майҙа сыҡҡан. Ул һәр ваҡыт тыныс һәм баҫалҡы булған, ҡайһы саҡта күп нәмәһен йәшергән. Шуға күрә уның ҡапыл юҡ булыуы таныштарын бик ғәжәпләндерә. Был хәлде “КП-Өфө” баҫмаһы өйрәнгән. Асыҡланыуынса, Карина апрель аҙағында илдең икенсе осона – Владивостокка билеттар алған. Унда ҡыҙ Новосибирск аша барырға йыйынған. Тик үҙенең сығып китергә планлаштырғанын бер кемгә лә әйтмәгән. – 2 май көндө ул университетта сирләп киттем тигән, ә 5 майҙа Владивостокка юлланған. 8 майға тиклем беҙҙән Өфөлә түгел икәнлеген йәшерҙе. Тап ошо көндө бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаны, – тип һөйләгән уның апаһы Алина. Әсәһе лә ҡыҙы менән бәйләнешкә сығып ҡарай. Тик Карина трубка алмай, ни бары бер нисә көн элек кенә “Әсәкәйем, ғәфү ит, шунда уҡ яуап бирә алмайым” тип СМС-хәбәр ебәргән. Шуға күрә тәүге көндәрҙә ғаиләһе уның бәйләнешкә сыҡмауына бик иғтибар итмәй. Әммә 10 майҙа ла, 11 майҙа ла ул шылтыратмай. 12 майҙ