Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Беҙ бер-беребеҙгә ҡыҙыҡ"

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфөлә мөһим сара – “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының IV Үҙәк Азия конференцияһын үтә. “Валдай” клубының Үҙәк Азия конференцияһы – Үҙәк Азия алдында торған халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе һәм саҡырыуҙарҙы баһалау өсөн иң ҙур интеллектуаль майҙансыҡ. Быйылғы конференцияның темаһы –“Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәреүсән донъя ысынбарлығында үҫеш һәм хәүефһеҙлек”. Өфө Рәсәй, Һиндостан, Ҡазағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә. Беҙ Тажикстандан килгән ҡунаҡ, Рәсәй-Таджик (Славян) университетының геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Гүзәл Майтдин ҡыҙы Майтдинова менән аралаштыҡ. Ул Башҡортостан менән Тажикстан хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. – Рәсәй-тажик мөнәсәбәттәре әле яңы импульс ала. Сөнки, арала төбәк-ара хеҙмәттәшлек көсәйә. Ә был йәһәттән тап Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек алғы планға сыға. Беҙҙең өсөн һеҙҙең нефть продукттары, химия сәнәғәте ҡыҙыҡ. Кисә ғилми кампуста булдыҡ, был йүнәлеш тә беҙҙең өсөн мөһим. Мәҫәлән, комплекслы һанлаштырыу яғынан. Беҙ әле һанлаштырыуға курс алдыҡ: иҡтисад, гуманитар яҡ, бөтә яҡлап та. Тажикстанға Башҡортостандың ғилми эшләнмәләре ҡыҙыҡ. Һүҙ, ғөмүмән, ғилми, белем биреү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында бара. Ул киләсәктә көсәйергә тейеш. Башҡортостандың потенциалы ҙур, – тине ул. Шулай уҡ эксперт әйтеүенсә, Башҡортостан менән Тажикстандың уртаҡ яҡтары ла бар. – Беҙҙе тәрән тарихи тамырҙар бәйләй. Тажикстанда халҡытың 40 проценты төрки телдәрҙә һөйләшә. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һеҙҙә этно-сәйәси эштең нисек ойошторолоуо тураһында һөйләне. Был тәжрибә беҙҙең өсөн кәрәк. Бергә үҫешеү мөһим, конфликттарҙан, араларҙы киҫкенләштереүҙән ҡасыу – был һеҙҙең күп халыҡтар өсөн матур тәжрибәгеҙ. Айырыуса, Үҙәк Азия илдәре өсөн. Дөйөм алғанда, киләсәктә хеҙмәттәшлек көсәйер тип уйлайбыҙ, – тине ул. – Тажикстандан һеҙҙең өсөн минераль ресурстар, кеше ресурсы мөһим. Беҙҙең бик үҫешкән Фәндәр академияһы бар, көслө юғары уҡыу йорттары эшләй. Башҡортостандан йәштәр унда уҡый аласаҡ. Иң мөһиме – беҙҙә көслө иранистар, афганистар әҙерләнә. Был йәһәттән Тажикстандың тәжрибәһе бик ҙур. Автор фотоһы.