Күп йырҙар авторы, йырсы Насип Кучаевтың арабыҙҙан китеүенә кисә 23 йыл тулды. Шул сәбәпле йәш йырсы Сабина Кучаева социаль селтәрҙә атаһы хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште: “1994 йылдың 13 майында атайым әсәйем менән икебеҙҙе бала табыу йортонан ҡаршы алған. Теүәл 7 йылдан шул уҡ көндә йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Атайым иртә китерен һиҙгән, был хаҡта иҫкәртеүсе төштәр күргән. “Минең менән берәй хәл була ҡалһа, Өфөлә түгел, тыуған ауылымда ерләгеҙ”, – тип әсәйемә әйтеп ҡуйған. Бер ваҡиға хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Атай-әсәйем ресторанда йәштәрҙең туйын алып бара. Әсәйем – һүҙ оҫтаһы, атайым музыкаль биҙәлеш өсөн яуаплы. Миңә йәш кәләштең туй күлдәге ныҡ оҡшаны. “Ҙур үҫһәм, һин дә туйыма матур күлдәк алып бирәңме, атай?” – тип һораным. Уның йөҙө ҡапыл үҙгәреп, моңһоуланып китте. “Ул ваҡытта яныңда булмам инде, әсәйең алып бирер”, – тип яуапланы. Атайыбыҙҙы иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Яратабыҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ...” Насип Кучаев 41 йәшендә – илһамланып ижад иткән сағында инфаркт арҡаһында вафат булды. Ул Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Яңы Юлдаш ауылында ерләнгән. Ҡабатланмаҫ моңло ижадсының йырҙарын халыҡ әле лә яратып тыңлай. Тауышының сағыулығы, йыр-моңға һөйөүе ҡыҙына – башҡорт эсрадаһының йәш йондоҙо Сабина Кучаеваға күскән. Фотолар: Сабина Кучаеваның шәхси архивынан.