Баш ҡалабыҙ Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған концертта Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Йәшәү хаҡына" тигән хореографик композиция менән таныштырҙы. Ул махсус хәрби операцияға арналған. ....Яҡындарын, һөйгәндәрен күҙ алдына килтереп, уларҙың имен-һау ҡайтыуы тураһында теләктәрен ҡушып, ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә... Шомло музыка яңғырай, яугирҙәр сәхнәгә сыға - улар һөжүмгә ташлана... Аҙаҡҡы сәхнә йәшәүгә, еңеүгә ҡаҡшамаҫ ышаныс менән һуғарылған: ҡыҙ үҙенең һөйгәнен көтөп ала, тормошто дауам итер йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Бейеүҙең авторы, ҡуйыусыһы - ансамблдең директоры Нәзир Баййегетов, уға Мәскәүҙән талантлы бейеү ҡуйыусы Константин Диденко булышлыҡ иткән. Композиторы - ғәскәровсылар оркестры етәксеһе Рәил Мөрсәлимов. Үҙенсәлекле хореографик композицияның барлыҡҡа килеү тарихын һөйләүен үтенеп, Нәзир Баййегетовҡа мөрәжәғәт иттек. – Үткән йыл 9 Май байрамында хәйриә концерты ҡуйып, йы
