Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Икеһе лә балан ярата ине..."

Яҙ етте. Өй йыуып, баҡса-кәртәләрҙе таҙалап, зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә ваҡыт. Тележурналист, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатованың ошо хаҡтағы яҙмаһына күҙ һалайыҡ. "Ауылға ҡайтҡанда зыяратҡа ла һуғылабыҙ. Был юлы Әбделмәмбәттә өләсәйемдең, Хәлилдә оло ҡәйнәмдең ҡәберенә декоратив балан (бульденеж) ултырттыҡ. Икеһе лә балан ярата ине, өләсәйем гел быҡтырҙы, оло ҡәйнәм балан бәлеше бешерә торғайны. Декоратив балан емеш биреүен бирмәй, әммә сәскәһе ныҡ матур. Үҙе әрһеҙ. Ҡыҙыҡһынғандар өсөн аҫта фотоһын ҡуям. Шунан тағы нимәһе иғтибарға лайыҡ: эргә-тирәләге ҡәберлектәр ҙә таҙа, ҡараулы. Хәлилдә Ҡусҡаровтар, Әбделмәмбәттә Мортазиндар осраны, улар ҙа күмәкләп атай-әсәйҙәренең һуңғы йортон тәрбиәләргә килгән ине. Быларҙы нимәгә яҙа тиһегеҙме? Быйыл ауылдаштарым дөйөм көс менән ППМИ (урындағы башланғыстарҙы хуплау) республика программаһында еңеп, Әбделмәмбәт зыяратын тәртипкә килтерергә, кәртәләргә ниәтләй. Төҙөкләндереү, ысынлап та, кәрәк. Был программа буйынса төп сумманы, бер миллион һумдан ашыу аҡсаны, Башҡортостан Хөкүмәте күсерә. Бер өлөшө Хәлил ауыл хакимиәте тарафынан бүленә. Ҡалған сумма, беҙҙең осраҡта 360 мең һум тирәһе, ауыл халҡы һәм бағыусылар иңенә ята. Әле һәр хужалыҡ башынан 1600 һум тип билдәләнгән. Ситтә йәшәгәндәр ҙә хәленән килгәнсә ярҙам итә. Ил төкөрһә - күл була, тигән һымаҡ, бында 500 һум да, биш меңе лә ярҙам. Әле аҡса йыйыу дауам итә, бүлеп күсерергә лә мөмкин. Шәхсән мин үҙем ике бүлә күсерҙем. Ошонда төп матди ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙ Лидар Әхтәмов, Данис Фазылйәнов, Азамат Мортазин, Рәсилә Ғайсина, Ғәлим Солтанов, Зөлфәт Фазылйәновҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Эшегеҙ гел уң, тормошоғоҙ бәрәкәтле булһын", - тигән ул. Фото: https://vk.com/wall12685243_20504