Учалы районының Ҡолош ауылынан 94 йәшлек аҡһаҡал Зәйет Шакиров тураһында төркөмдәштәребеҙгә быға тиклем һөйләгәнебеҙ бар ине. Уның 92 йәшендә саңғы ярышында ҡатнашыуы, ауылда үткән сараларҙа әүҙем сығыш яһауы хаҡында ла яҙғайныҡ. "Уның кеүектәр тураһында “ул йәштәргә алыштырғыһыҙ” тиҙәр. Зәйет олатай теремеклеге, алсаҡлығы, һәр бер яңылыҡты ихлас, ҡыҙыҡһынып ҡабул итеүе менән айырылып тора. Йәштәр менән типә-тиң уҡ атып, сәмле ярыштарҙа ҡатнаша, саңғыла йөрөй. Зәйет олатай хәләле Мәҙинә Моталлапова менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ғүмер буйы малсылыҡ тармағында эшләгән. Ҡатынының вафатынан һуң, улы Фәһимдең ғаиләһендә йәшәй. Ул иһә районда дзюдо һәм самбо буйынса оҫта тренер", - тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы "Бәйләнештә"ге төркөмөндә. Ә был видеояҙмала Зәйет Шакиров 85 йәшен тултырған көндә Ирәмәл түбәһендә бейеп йөрөй. Уны улы Фәһим Шакиров төшөрөп алған. "Афарин!" тибеҙ Учалының дан уҙаманына һәм һәр ваҡыт ошолай көр кәйефтә, рух ныҡлығында башҡаларға үрнәк булып йәшәүен теләйбеҙ. Сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы төркөмө (vk.com/uldash_fm) Видео авторы: Фәһим Шакиров.