Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙы айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Үлемһеҙ полк” акцияһын иғлан иткәйне. Был акция шарттары буйынса теләгән һәр кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының, әсәй-өләсәйҙәренең, туғандарының фотоһүрәттәрен ҡуйып, исем-шәрифтәрен яҙып, ҡыҫҡаса мәғлүмәтте яҙма аҫтына теркәне. Шулай уҡ уны төрлө төркөмдәрҙә таратты. Акция шарттарын урынына еткереп үтәгән, “Үлемһеҙ полк” акцияһын иң күп таратҡан Райхана Юлгилдина еңеүсе тип табылды. Ул ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин тураһында яҙҙы: “Әсәйемдең ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин Йылайыр районы Байғужа ауылынан 1942 йылдың июнендә һуғышҡа китә. Ҡаты бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана. Өс тапҡыр, 1943-1945 йылдарҙа, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Германияға тиклем барып етеп "Берлинды алған өсөн", "Бөйөк Еңеү өсөн" миҙалдары менән наградалана. Беҙҙең тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк өсөн үҙен аямай көрәшкән ҡартатайым менән ғорурланам! Ҡартатайым ҡатынын һәм балаларын (биш ул тәрбиәләп үҫтер