Кеше биш ваҡыт намаҙҙы һәр ваҡыт үтәһә, Аллаһы Тәғәлә уға биш төрлө яҡшылыҡ бирер. Беренсеһе шулдыр: биш ваҡыт намаҙ уҡыған кешенең ҡәбере киң булыр, ҡыҫмаҫ. Икенсеһе шулдыр: тормошо яҡшырыр, мохтаж булмаҫ. Өсөнсөһө шулдыр: ҡәбер ғазабын күрмәҫ, рәхәттә булыр. Дүртенсеһе шулдыр: сират күперенән йәшен кеүек тиҙ үтер. Бишенсеһе шулдыр: ожмахҡа хисапһыҙ (йәғни иҫәп-хисап бирмәйенсә) һәм ғазапһыҙ инер.
Әгәр берәү биш ваҡыт намаҙҙы уҡымаһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун ике төрлө яуызлыҡ бирер. Өсөһө донъяла булыр, өсөһө – йән биргәс, өсөһө – ҡәберҙә, өсөһө үлгәндән һуң терелгәс, ҡиәмәт көнөндә булыр. Донъяла булған яуызлыҡтарҙың әүәлгеһе шулдыр: был кешенең кәсебенән бәрәкәте булмаҫ, мохтаж булыр. Икенсеһе шулдыр: был кешене яҡшы әҙәмдәр дуҫ итмәҫ. Өсөнсөһө шул: дошманы күп булыр.
Йән биргәндә булған өс тарлыҡтың әүәлгеһе шулдыр: йән биргән ваҡытта ҡарыны ас булыр, донъяла булған ниғмәттәрҙең барсаһын ашаһа ла, туймаҫлыҡ булыр. Икенсеһе шулдыр: йән биргәндә бик һыуһар, бөтә донъяла булған