Найти тему

Был тармаҡ – илебеҙҙең ғорурлығы

Бөгөн Өфөләге “ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында Рәсәй нефтехимия форумына һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһенә арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Был оло йыйын ошо комплекс майҙанында 21 майҙан 24-нә саҡлы барасаҡ. Журналистар алдында Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова сығыш яһаны. “Был күргәҙмә Рәсәйҙәге нефть һәм газ тармағына арналған иң ҙур сараларҙың береһе“, - тине Олег Андреевич. – “Ошо тармаҡ – илебеҙҙең ғорурлығы, шуға унда ҡатнашырға теләгәндәр йылдан-йыл арта бара. Яңыраҡ белеүебеҙсә, килергә һуңыраҡ теләк белдергәндәр өсөн Өфө ҡунаҡханаларында урын табыу ҙа ҡатмарлы мәсьәләгә әйләнгән. Тармаҡты ҡорамалдар һәм техник әйберҙәр менән тәьмин итеүҙә сит ил тауарҙарын аҡрынлап үҙебеҙҙеке менән алмаштыра барабыҙ, технологик суверенитет – беҙҙең өсөн иң мөһиме”. Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында ойошторған был сара 32-се тапҡыр үткәрелә. Быйылғы сарала илебеҙҙең 38 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь, Ҡытай, Үзбәкстан һәм Ирандан 330 компанияның килеүе көтөлә, уларҙың 38 проценты был форумда тәүге тапҡыр. Сарала шулай уҡ 32 ғилми учреждение ла ҡатнашасаҡ. “Рәсәй нефть, газ һәм химия тармағын үҫтереүҙәге технологик өҫтөнлөктәр: яңы талаптар һәм уларҙы хәл итеү юлдары” исемле пленар ултырыш Рәсәй нефтехимия форумының төп сараһы буласаҡ. Автор фотоһы.