Балаҡатай районында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы уҙҙы. Был сара районда, бөтә республикала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йыл һайын уҙғарыла. Акция халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән, битараф булмаған кешеләргә экология тураһында хәстәрлек күрергә һәм тыуған төйәген йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек бирә. Изге йола буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы йылына ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн уҙғарыла. Ағас ултыртыуҙа райондың хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ Балаҡатай районы халҡы күмәкләп өмә үткәрҙе: беркетелгән биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе. Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеү, халыҡты тыуған районы ауылдарының таҙалығына һәм йәшел даирәгә йәлеп итеү – сараның төп маҡсаты. "Ағастар – матур үҫемлектәр генә түгел, улар экологик балансты һаҡлауҙа һәм бөтә тере йән эйәләре өсөн уңайлы йәшәү шарттарын тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Ағас ултыртыу – һәр ҡайһыбыҙҙың эше. Был ябай ғәмәл планетабыҙға һәм к