Найти в Дзене

Миләүшә. Хикәйә.

Фатир ишеген асҡыс менән асты ла Миләүшә йорт эсенә үтте. Өйҙә бер кем дә юҡ ине. Кереү менән танауга ауыр еҫ бәрелде. Ахыры, атаһы йәнә өйҙә баш йүнәткән... Ваннанан да һейҙек еҫе аңҡый. Күңеле болғанып китте… "Уф, йәнә унитаз йыуырға инде..." Уның хатта илағыһы килеп китте. Һуң ни өсөн уның шундай тормошо, ә? Атаһынын йә ҡоҫкан эшмәкәрлеген таҙарта, йә һейеп яткан матрасын тышҡа сығарып элергә тура килә. Бөтә күршелар көлә уларҙан. Ояты ни тора? Тик бына атаһы ғына оялмай. Уға ике донъя бер мөрйә. Әсәһе лә бошмай: ҡыҙы бар бит донъя таҙартырға. " Мин һине юҡка тапҡанмынмы ни?" Бер тапкыр асыуы килеп: " Тапмаһан, яҡшырак булыр ине!"-тип ысҡындырғайны, әсәһе шап итеп битенә сәпәне. "Әсәйең менән ипләп һөйләш, никтуда! Буғынан сығып етмәйдәр, телдәре калай оҙон..." Бар асыуын ҡыҙынан алған әсәһенең туҡмағына өйрәнгән инде. Бәләкәйерәк саҡта илай ҙа торғайны, хәҙер инде юҡ. Күңел ҡатҡан. Хатта ауыртыуҙы ла һиҙмәй.   Ә бына ҡустыһына бер һүҙҙә әйтмәйҙәр. Нимә ҡылһа ла әр ишеткане юҡ. Уныһ

Фатир ишеген асҡыс менән асты ла Миләүшә йорт эсенә үтте. Өйҙә бер кем дә юҡ ине. Кереү менән танауга ауыр еҫ бәрелде. Ахыры, атаһы йәнә өйҙә баш йүнәткән... Ваннанан да һейҙек еҫе аңҡый. Күңеле болғанып китте… "Уф, йәнә унитаз йыуырға инде..." Уның хатта илағыһы килеп китте. Һуң ни өсөн уның шундай тормошо, ә? Атаһынын йә ҡоҫкан эшмәкәрлеген таҙарта, йә һейеп яткан матрасын тышҡа сығарып элергә тура килә. Бөтә күршелар көлә уларҙан. Ояты ни тора? Тик бына атаһы ғына оялмай. Уға ике донъя бер мөрйә. Әсәһе лә бошмай: ҡыҙы бар бит донъя таҙартырға. " Мин һине юҡка тапҡанмынмы ни?"

Бер тапкыр асыуы килеп: " Тапмаһан, яҡшырак булыр ине!"-тип ысҡындырғайны, әсәһе шап итеп битенә сәпәне. "Әсәйең менән ипләп һөйләш, никтуда! Буғынан сығып етмәйдәр, телдәре калай оҙон..."

Бар асыуын ҡыҙынан алған әсәһенең туҡмағына өйрәнгән инде. Бәләкәйерәк саҡта илай ҙа торғайны, хәҙер инде юҡ. Күңел ҡатҡан. Хатта ауыртыуҙы ла һиҙмәй.  

Ә бына ҡустыһына бер һүҙҙә әйтмәйҙәр. Нимә ҡылһа ла әр ишеткане юҡ. Уныһы бының файҙалана. Хатта апаһын да һанға һуҡмай. Ни эшләтәһең, ата-әсәне һайлап алмайҙар. Туғандарҙы ла.

Бар йыуанысы китаптар. Уларын да йәшенеп кенә уҡый. Сөнки атаһы ла, әсәһе лә быны буш эш тип һанай, хатта китаптаптарын йыртып ырғыткандары ла бар. "Өй тулы эш, ә һин донъяңды онотоп ултыраңмы, никтуда! Йыбытҡы! Китап укып, акыллы булырмын тип уйлайһыңмы? Бар эш менән бул!" Шуға ла Миләүшә өйгә уларҙы алып ҡайтмай йә төпкә йәшереп ҡуя башланы. Сөнки улар ҡустыһы менән бер бүлмә бүлә. Ошаклашырға һәләк оҫта уныһы.

Мәктәптә тәнәфес вакытында, йә дәрестарҙән һуң, кайтышлай берәй эскәмйә лә берәй сәғәт ултырып китап укып ала. Хатта дарестә лә мауыҡтырғыс хәрефтәр донъяһына сума торган. Бер нисә тапҡыр шуның өсөн ике алды. Әммә был ғына уны туктата буламы.

Сөнки тап ошо рәүешле генә ул йәшәйешенең ауырлығын кисерә ала ине. 

Сөнки китап ҡына уның тормошоноң тоткаһы, уны уратып алған мәхшәрҙә бирешмәҫкә көс бирә . 

Сөнки касан да булһа был тормоштан ҡотолосағына өмөт бар, ул өмөт бәләкәй генә булһа ла, иң мөһиме ул бар!...

Миләүшә ҡулына резина бирсәткәләр кейҙе лә тазиктағы һыуға белизна һалып унитазды йыуырға тотондо. Бер ыңғайы ваннаны ла, стенаны ла, иҙәнде лә йыуып сығарҙы. Форточкаларҙы асып бүлмәләрҙе еләтте. Еүеш сепрәк менән бар ерҙе һөртөп сыҡты. Аш-һыу бүлмәһе лә ситтә калманы. Иң яратканы унын шулай ҙа таҙалыҡ. Ул аңлай, әлбиттә, быны бер кем дә баһаламаясак, рәхмәт әйтмәйәсәк. Өйрәнелгән. Эх, әсаһе берәй, әллә ҡыҙым һин бар әле, тип әйтһә ине! Бер генә тапҡыр булһа ла...  Үҙ әсәһенә угәй һымаҡ тоя ул үҙен...

Тирә-яктағы бысракты таҙартып була, ә бына күнелдарҙаге бысракты нисек сығарырға?

Мөмкинме был?

 ****

Атаһы йәнә иҫерек ҡайтты. Әсәһе бөгөн төнгө сменала ине. Ул дауаханала санитарка. Өс көнгә бер ҡуна кала.

— Нәсимә! Насимә! Ҡайза һин, беләт?

Миләүшә унын янына сыкты

– Әсәйем эштә.

Ишек төбөндәге күренеш ытырғаныс ине. Көн һайын эсә торғас, атаһының йөҙө шешенеп бөткән. Ҡәһәрең, тағы салбарына һейгән.

— Ҡыҙым, ней, мин бында әҙерәк эш боҙҙом...

Иң яратмағаны ошо. Ул ыштаны менән хәҙер диванға ултыртһа, йәнә әсәһенән туҡмак эләгә инде. Ишекте япты ла, ул атаһының янына килде.

— Йә, салбарыңды сис. Алмаштырырға кәрәк.

Уныһы сайҡала-сайҡала  салбар төймәһен ысҡындырып маташты. Төймәһе капыл өҙөлөп китте лә ыштан иҙәнгә коланы.

Инәнгенәһе, йәнә трусикһыҙ... Күз алдына баҫкан куренеш Миләүшәне аптыратманы инде. Был рәүештә уны күп кургәне бар. Атаһын һөйрәп диванға ауҙарҙы. Уныһының ҡулдары ҡыҙҙың йомшак еренә ҡағылды... Миләүшә терт итеп ҡалды. Сөнки бындай осраҡ беренсе тапҡыр түгел.

Һикереп торҙо ла атаһынан тайшанды. Өҫтөнә кулына эләккән триконы ырғытты ла, фатирҙан сығып китте. Ни өсөн ул атаһының аҫтын алмаштырырға тейеш? Туҡмалһа ярай туҡмалыр.

Исмаһам, ҡустыһы ла өйҙә юк. Ул малай кеше. Ә ул бит ҡыҙ. Асаһенә әйткане бар.  Уныһы " Нинә бөстөй кургәнең юкмы?" Тапкан нимә өсөн кайғырырға! Юк, менән башымды катырма. Былай ҙа мәшәҡәттар етерлек.!

Касан укып бөтә лә ошо фатирҙан сығып китә инде?! Тағы бер йыл ҡалды. Тағы бер йыл!!!

Шундай оҙак һымаҡ...

Теләһә кайза олағырға әҙер! Тик ошонда бүтән йәшәмәҫкә.  Уҡый алмаһа, эшкә урынлашыр. Үҙ-үҙенә ышанысы самалырак, әлбиттә.

Ҡустыһы подъезд алдындағы майҙансыҡта ипташтаре менән туп тибә ине.

— Эй, Булат, кил әле бында.

 

Уныһы бер әйткандән ишетмәне, ахыры, әллә ишетмәмешкә һалышты.

 

— Булат, тим!!

Ниһайәт, ул араһына йөҙөн борҙо.

— Нимә?

— Кил әле, тим!

— Юҡ!

— Йә, инде...

— Иди нахуй, шлюха!

Иптәштаре хахылдап унын менән бергә көлөштө.

Миләүшәнең күзенә йәштәр тығылды. Барып шул малай актығын типкесләп алаһы килде

Йозроктары йоморланғанын һиҙҙе. Ҡустыһына табан атланы. Тегенеһе апаһының күҙзарендаге нәфрат ялҡынын тойҙо, ахыры, ҡулындағы тубын ырғытты ла, майҙансыктан сығып, өйҙар араһына ҡасты...

"Берәй кәрәгеңде бирәм, валлаһи..."

 

Аяктары яҡындағы паркка килтерҙе. Киске һауа еләҫ кенә. Унда-бында йәштар тауышы ишетелә. Яйлап кына һуҡмактар буйлап ҡарт-коро сөкөрлашеп йөрөп ята. Балалар йүгерешә.

Әйланаһенә күз йүгертте ла, буш эскәмйане табып, шунда барып ултырҙы.

Күҙҙарен йомдо. Иҫенә йәнә атаһының ҡыланышы иҫкә төштө. Күңеле йәнә ытырғанып ҡуйҙы. Сөнки был беренсе тапҡырға түгел ине. Элек та ул шундай иреклектәргә юл ҡуя ине. Бәләкәйерәк сәкта алдына ултыртырға ярата торғайны. Тәүҙарәк был атаһының иркәләүе тип кабул ита ине. Әммә һуңғарак эш унда түгеллеген аңланы. Сөнки ул атаһының бото араһында ниндайҙер калкыулык барлыҡка килганен тоя ине. Ул бының нимә икәнлеген белмәһә лә, ни өсөндөр уңайһыҙлык тоя башланы. Атаһы уға ышкынған һымаҡ та хәрәкәттәр ҙә эшләй ҡайсаҡ А бер тапкыр уның карауаты янында баҫып торғанына уянып китте Миләүшә. Тапанып торҙо ла сығып китте.

Ниңәлер ҡурҡты шунда кыҙ. Әсәһе булмаған көндәрҙә ишекте бикләп ятырға тырышты. Ул инде ир менән ҡатын араһында енси бәйләнеш хаҡында уҡыганы бар. Хатта бер төндә уянғанында атаһы менан әсәһенең шул эш менән булғанына шаһит булды бәҙрәфкә китеп барғанда. Шул хәтлем оят булғайны. Улар икеһе лә исерек ине, Миләүшәне күрмәнеләр. Әммә ҡыҙга бик ауыр тәьҫир яһаны. Атаһының йә арткы яғына кағылыуы, самаһынан тыш якын тороуы, сәйер караштары уны һәр вакыт һиҫкәндерә.

Нимә был?

Атаһы уға ҡыҙына һымаҡ карамаймы? Шулай булырға мөмкинме?

****

Ял көндәрен яратмай Миләүшә. Көнө буйы өйҙә булырға тура килә. Сығып китер өсөн берәй һылтау кәрәк бит инде. Ә ул һылтау юҡ. Йәкшәмбе булһа ла, туйғансы йоҡлап ятып та булмай. Әсәй иртүк торғоҙа ла:"Эт ялҡауы һымаҡ йоҡлап ятма!"  тип ниндәйҙер эш ҡуша. Ғәҙәттә, кер йыуа торған, уныһы ла бит ҡул менән. Ә аҙна буйы бысраҡ кейем йыйыла ғына. Ярты көн үтә уныһы менән, ышҡый-ышҡый  ҡулдар ҡанай башлай, матурлап таҙартмаһаң, уҡлау эләгергә генә тора... Әҙерәк хәл алам тип ултырып та булмай. Әсәй мыҙылғанды өнәмәй.

Ләкин ул йыумаһа, ул керҙе йыуырға кеше юҡ бит. Тик әҙерәк кешеләрсә мөнәсәбәткә лайыҡ түгелменме? Ул бит уның бит балаһы. Туғыҙ ай буйы ҡарынында йөрөткән, һөтөн имеҙгән, әҙерәк кенә булһа ла яратыу һәм наҙ хисе барлыҡҡа килмәгәнме? Ҡатын-ҡыҙҙа әсәлек инстинкты тәбиғәт тарафы менән бирелгән, тип уҡығайны бер китапта. Уның әсәһендә тимәк ул инстинкт юҡмы? Ниңә әйләнгән һайын уҡлау менән уға ташланырға? Ҡай саҡта йоҙроҡ та эләгә. Йә, булмаһа ҡайыш. Ҡулына нимә эләгә, шул миңә осорға мөмкин.  Әҙерәк кенә йәлләмәйме икән?   Ауырта тип уйламаймы икән? 

— Әсәй, туҡмама, - тип инәлеп тә ҡарай.. 

Шулайтып әйтһә, киреһенсә, тағы нығыраҡ эләктерә. Ярай, биткә эләкмәй, йөҙ күгәреп кеше алдында күренәһе килмәй ҙә. Кемгәлер был хаҡта һөйләргә ҡыймай. Кем уға ярҙам итер? Унда бер кемдең дә эше юҡ. Нисек һөйләйһең, әсәй бит, ҡалай булһа ла...

Шуға ҡалай булһа ла, уны асыуландырмаҫҡа тырыша. Әммә уның кәйефен  алдан тойоу мөмкин түгел. Сөнки бер секунд эсендә ҡыҙып китә ала, һәм бик оҙаҡ тыныслана. 

Атаһы өйҙә булғанда, йә иҫерек йоҡлап ята, йә үҙ алдына һөйләнеп тик йөрөй. Йә әсәй менән ирешәләр. Шул мәл өйҙән сығып китә алһа, һәйбәт тә ул. Ләкин күп осраҡта бүлмәлә карауаттың бер мөйөшөнә һеңерҙәй булып бөршәйеп тын алырға ла ҡурҡып ултыраһың. 

Әммә улай ҙа ҡасып ултырып булмай, әсәй ҡыҙған ваҡытында бүлмәнән бүлмәгә йөрөй торған, берәй сәбәп табып бәйләнә торған.... Ярай, һүҙ менән генә битәрләп сығып китһә...

Әлбиттә, көн һайын туҡмалмай, тыныс көндәр ҙә була торған, сағыштырмаса, ләкин был буран алдынан була торған һиллек һымаҡ....

Бөгөн дә иртәнән өйҙәге эштәр менән була ҡыҙ. Арҡалары, ҡулдары талды, асыҡты, етмәһә. Эште бөтмәйенсә, ашарға мөмкинлек юҡ. Сайҡатып бөтөп, элгәнсе тағы бер сәғәт үтер әле. Ә эс буғырҙап сыға. Былай ҙа ҡаҡ һөйәк, мәктәпкә педиатр килһә, ауырлығың әҙ, күберәк аша, тигән була... Ашар инем дә, ашатһалар, тип яуап бирә эстән генә. 

Булат йәнә иптәштәре менән ҡайҙалыр юғалып йөрөй, бына кемгә рәхәт донъя. Атай иртән айныҡ ине, бер-ике көн инде эсмәй тора, ундай ваҡыттарҙа ул Миләүшәлә ни өсөндөр айырыуса ҡурҡыу уята. Бер ни өндәшмәй, ҡаш аҫтынан ғына барыһына ла ҡарап тик ултыра. 

Әсәй бөгөн бәрәңғе бешергән, ахыры, еҫе таралған... Кисә эсәк-ҡарын алып ҡайтҡайны ҡайҙандыр, шуны кис буйы донъя һаҫытып бешереп булды. Ул еҫте яратмаһа ла, ҡыҙҙырылған эсәк бәрәңге менән иң тәмлеһе! Уға ҡалдырһалар ярай ҙа... Атай беҙҙең, балаларҙың, бергә ултырып ашағанды үҙһенмәй. Ул тамаҡ туйҙырғас ҡына беҙгә өҫтәл артына ултырырға мөмкин.  Булатҡа әсәй йәшереп ҡуя ла өлөш, Миләүшәгә шул ҡалһа ҡала, ҡалмаһа юҡ... 

Бына ниһайәт, һуңғы әйбер бауға эленде, һәм ул еңел һулап ҡуйҙы, ҡапҡылап алырға ла, китап уҡып алаһы килә... Әсәй яңы эш уйлап тапмаһа тағы...

****

Ҡайҙа булһа ла олағырға... Тик был фатирҙа бүтән ҡала алмай... Подъезға сыҡҡас, уйҙары шул булды... " Өйҙән сығып китһәң, ҡайтаһы булма!... "- Артымдан әсәйҙең баҡырғаны ишетелде... 

Кемдер баҫҡыстан төшөп килә. Был рәүештә күренәһе килмәй ҙә... Ярай, кофтаһын алып сығырға баш етте, тышта һыуытҡан кискә табан…

Подъезд ишеген асҡан ыңғайы һыуыҡ һауа йөҙөмә бөркөлдө... Асыҡ муйын аша эскә үтеп бер аҙ өшөтөп ебәрҙе..

Ҡайҙа барырға... 

Эх, ҡайҙа булһа ла...

Тик ошо ерҙән китергә, шул хәтлем тыным тарыға бында...

"Һине тапмағаным мең артыҡ..." Ошо һүҙҙәр һаман башта яңғырай... Донъя ҡара төҫтәргә буялды. Урам, ағастар, йорттар... Хәйер, бар тормошом минең ҡара төҫтәрҙә... Яҙмы, йәйме, көҙ, ҡышмы — айырма юҡ, уның өсөн йыл әйләнәһе миҙгелдәр бер төҫ — ҡара төҫтә.

 Эргәһенән үткән кешеләргә иғтибар ҙа итмәй Миләүшә. Кемдең унда эше бар! Ысынлап та, был донъяға ниңә тыуҙы икән? Хоҙайҙың миңә ниндәй планы? Яуыз йән ул шулай ҙа. Балаларҙы ла йәлләмәй. Мәжит Ғафури әйткәндәй: "Юҡтырһың да, Алла... Әгәр булһаң, юл ҡуймаҫ инең был эшкә!"

Ҡайҙа китеп барғанын да белмәй. Илағыһы килә. Бар көсө менән тыйыла, сөнки кешеләр алдында йәштәрен күрһәтәһе килмәй. Әсе ел битен семетә, күҙҙәрен йомоп, тәрән итеп тын алып ҡарай ҡыҙ.

Тынысланырға кәрәк.  Ул тынысланырға тейеш. Тик нисек тынысланырға? Ҡайҙа бара ала? Был ауыр яҙмыштан ҡалай ҡотолорға? Бер нисек тә. Ахыры, шул яҙмышы. Китаптарҙа бәхетле осраҡтар күп. Китаптарҙа ғына геройҙар уңышҡа ирешә, уларға ярҙам итеүселәр бар. Ә уның ысынбарлығында улар юҡ төҫлө. Әҙерәк өшөп йөрөр ҙә кире ҡайтыр инде, әсәһенән туҡмалыр, атаһының ымһынып ҡарағанын нисек булһа ла кисерер, ҡустыһының мыҫҡыллы һүҙҙәрен ишетмәҫкә тырышыр… Бүтән сара бармы? Уның тырышып уҡыуы ла кемгә кәрәк. Юғары уҡыу йорто уға ишектәрен асмаясаҡ. Уның яҙмышы атаһы-әсәһе һымаҡ донъя көтөү. Мөғжизәләр ул уйҙырма. Булмаясаҡ уның тормошонда бер ниндәй мөғжизә. Атаһы һымаҡ берәй алкашҡа кейәүгә сығыр ҙа, хәйерсе тормошта, туҡмала-туҡмала йәшәр. Бына ошондай яҙмыш көтә уны. Уның хыялдарында төҙөлгән бәхетле тормош бер ҡасан да ғәмәлгә ашмаясаҡ. Ниңә бушҡа өмөтләнергә?

Миләүшә кинәт боролдо ла йортона табан атланы. Уға яҙған яҙмыш шунда.